Ответы по башкирскому языку (олимпиадные)

1. Яугир [йаугир] -5 хәреф, 6 өн, 2 ижек.

Я [й]- тартынҡы, сонор, парһыҙ өн;

[а]- һуҙынҡы, ҡалын, баҫымһыҙ өн;

У [v] – тартынҡы, һаңғырау, парһыҙ өн;

Г [г]- тартынҡы, парлы, яңғырау өн;

И [и]- һуҙынҡы, нәҙек, баҫымлы өн;

Р [р]- тартынҡы, парһыҙ, сонор өн.

2. Сит телдәрҙән ингән һүҙҙәр алдына һуҙынҡы өн өҫтәлһә протеза тип атала. Мәҫәлән, скамейка-эскәмйә, шляпа – эшләпә һ.б.

3. Шығырлауы, илашыуы, зыңҡылдауы, ҡысҡырыуы – исем ҡылымдар.

4. Яуҙаштарын осратыр өсөн, ул артабан Урал буйына юл тотасағын әйтте. Бөтә ерҙә һуғыш барғанға, Ҡолғәле унан ҡалманы.

5. Текстың стиле – публицистик стиль;

6. Эш бөттө, көлтә йыяһы ғына ҡалды.

7. Петровсктың, Кузбастың, гриптың, лагерҙың, декабрҙең.

8. Артистар, поездар, повестәр, нервылар, грамдар.

9. Һөйләмдәр үҙ-аллы булып килә алалар. Төҙөлөштәре бер, ябай һөйләмдәр. Үҙ-ара улар параллель бәйләнгән.

10. Текстағы һөйләмдәр үҙ-ара ҡылымдарҙың бер заманда, һанда килеүе менән бәйләнгән (йөҙә, сутылдаша, баҡылдаша, аға). Был бәйләнеш морфологик бәйләнеш тип атала.

11. Шатлыҡлы көлөү, уҫал көлөү, күңелһеҙ көлөү, аҫтыртын көлөү, мыҫҡыллы көлөү, көслө көлөү, тыйнаҡ көлөү, йомшаҡ көлөү, көсһөҙ көлөү, мәғәнәһеҙ көлөү, серле көлөү, аңлы көлөү, ҡысҡырып көлөү, шым көлөү, асыулы көлөү, ысын күңелдән көлөү, ҡеүәтле көлөү, кәйефле көлөү, ҡыйыуһыҙ көлөү, һөйкөмлө көлөү, яғымлы көлөү һ.б.

12. Телевизор

13. Быймам ғына ҡышты маҡтай килә: һаман ҡыш - ҡыш, тип.

14. Ҡышлаусы – хәҙерге заман сифат ҡылымдың1-се формаһы.

15. Ат ажарын йүгән тыя ала, ир намыҫын ил тыя ала.

16. Аршын – 71,1 см; ҡарыш – киреп ҡуйылған башбармаҡ менән һуҡ бармаҡ араһына тиң үлсәү берәмеге; сажин -2,13 м.

17. Хәбәр эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм.

18. Ат менгәндәй – үткән заман сифат ҡылым, һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.

19. Ултырҙаштарынан – яһалма, уртаҡлыҡ исем, күплектә, сығанаҡ килештә, 3-сө затта, һөйләмдә тултырыусы булып килә.

20. Ҡыш яҙғы илаҡҡа әүерелгән көндәрҙең береһендә, иртәнге намаҙ мәле үткәс, ауылдың ир-аты икешәрләп-өсәрләп Аҙнай бейҙең яугир тирмәһе янына йыйыла башланы. (Булат Рафиҡов)

(1.-гән (ваҡыт һөйләм),(2.-кәс (ваҡыт һөйләм)),[3.баш һөйләм] – тиң ваҡыт эйәрсән һөйләмле ҡушма һөйләм