Партнерка на США и Канаду по недвижимости, выплаты в крипто
- 30% recurring commission
- Выплаты в USDT
- Вывод каждую неделю
- Комиссия до 5 лет за каждого referral
***
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Аҡ-ҡаралы юлдан атлайым.
Кеше тигән бөйөк исемде лә
Йөрөтөүе ауыр, аңлайым.
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Дуҫтарымдан дошман күберәк.
Хыялың да ҡайсаҡ юҡҡа сыға,
Осоп үтә, гүйә, күбәләк.
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Тура һүҙем була язалы.
Хаҡлыҡтарҙан өҫтөн нахаҡ сыға,
Йөрәгемдә ҡала ҡаяуы.
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Йөк атылай эштә көндәрем.
Донъя малы-дуңғыҙ ҡаны тиҙәр,
Йылы ҡараш көтә күҙҙәрем.
Яҙмыш тигәндәре шулай булһын-
Ил өҫтөндә билем бөгөлһөн.
Хаҡлыҡ өсөн, бары халыҡ өсөн
Ергенәмдә тирем түгелһен.
Һинһеҙ йәшәгәнмен. (Й. Нәҙершин көйө)
Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,
Йәшлек инде, ана, йыраҡта...
Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,
Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..
Бөрөләнгән һинһеҙ умырзая,
Һинһеҙ яуған көмөш ямғырҙар...
Сит-яттарға нисек йырҙар арнап,
Йәшнәгәнмен йәшлек-яҙҙарҙа...
Күпме ғүмер һинһеҙ йәшәгәнмен,
Һинһеҙ үткән юлдар-йылдарым...
Ҡул һуҙымы хәҙер беҙҙең ара -
Яҡынайтыр микән йырҙарым...
***
Ләүкеп һүнер бер саҡ,
Һин ҡабыҙған усаҡ.
Көл-күмергә ҡалыр күңелем...
Тәндең йәнһеҙ үкһеҙ,
Йәндең тәнһеҙ үкһеп,
Йәшәгәнен бармы күргәнең?..
Ҡоро туҙҙыр йәнем,
Яндыр! Ҡабыҙ, йәле?!
Ялҡындарың алһын алҡымдан!
...Ҡыҫыр күмер баҙлай-
Өмөт итмә наҙға...
Һуңғы усаҡ һүнде һулҡылдап...
Илап...
***
Моңһоуланып ҡалған бөтә донъя,
Йөрәктәргә һағыш өҫтәлгән.
Ҡыр ҡаҙҙары осҡан йылы яҡҡа,
Көҙ ҙә килгән, бер кем һиҙмәгән.
Япраҡтарын буяп алтын төҫкә,
Баҙыратып ҡуҙҙай миләшен,
Ҡыҙып-ҡыҙып урман ялҡынлана,
Утлы донъям! Миңә серҙәш һин!
Янғын! Янғын! Ана, урман яна!
Һүндерергә ләкин ашыҡма!
Тәбиғәттең ошо ут-миҙгелен
Йоторҙаймын һалып ҡашыҡҡа!
***
Илаһаң да, һыҡтаһаң да,
Ялбарһаң да көн-төн хоҙайҙан,
Яҡынаймаҫ ара, саралар юҡ,
Ҡотолоптар булмаҫ тоҙаҡтан…
***
Еләк йыйған саҡтарымда
Иҫтәремә төшәһең.
Еләк кеүек яна йөҙөм-
Үҙәгемде өҙәһең.
Шишмәләрҙән һыу алғанда
Һине иҫкә аламын.
Һағынам һөйгәнемде, тип,
Йырлап, уйға һалаһың.
Һыҙылып ал таң атҡанда
Тағы иҫкә төшәһең.
Йә әйтмәйһең һөйәм, тиеп,
Әллә минән көтәһең...
***
-Июнь айын ниңә яратаһың,
Йүкәләрме сәскә атҡанға?
-Мин һинеке, тиеп, йүг(е)рә-йүг(е)рә,
Юлдарыма ҡаршы сыҡҡанға!
-Июнь айы һиңә яҡыныраҡ
Балланыпмы еләк бешкәнгә?
-Еләк кеүек кенә саҡтарыңда
Устарыма өҙөлөп төшкәнгә...
-Июнь айы ниңә үҙ һуң һиңә?
Ҡояшымы ҡайнар булғанға?
-Йөрәгемә, иркәм, мөхәббәтең
Мөлдөрәмә ташып тулғанға!
Июнь айы миңә яҡыныраҡ,
Яҙмышымда һине осраттым.
Йөрәккенәм хәҙер "һин" тип тибә,
Ғүмерлеккә, йәнем, яраттым!
***
Йылмай әле, иркәм, һин йылмайһаң,
Бөтөн инде донъям! Түңәрәк!
Танһыҡланым наҙлы тауышыңды,
Көлөүҙәрең һинең бик кәрәк!
Йылмайһаң - ай, көлһәң ҡояш хатта,
Көнләшерҙәй һинең үҙеңдән!
Көлөүеңде түгелеп һағынғанмын,
Йылмай, иркәм, йылмай үҙемә!
Һағыш
Һары көҙҙә һағыштарға һалдың,
Ниңә, иркәм, ниңә килмәнең?
Ҡосағыңа алып үбә-үбә,
Наҙлап ҡына һөйәм тимәнең?
Тирбәлдереп тымыҡ күл өҫтәрен
Ҡыр ҡаҙҙары осто йыраҡҡа.
Күңел шиңде, күҙҙәр генә һаман
Илап баға һинең тарафҡа.
Урмандарҙа, көҙгө үкһеҙ елдәй,
Япраҡ кисәм-эсәм һағыштар.
Яңғыҙ ғына, иркәм, яңғыҙ ғына
Һинһеҙ керәм инде аҡ ҡышҡа…
Ҡуян күстәнәсе
Бесәнлектән атай ҡайтҡан саҡта,
Биргән уға ҡуян күстәнәс.
Бөрлөгәне, сейә, муйылдары,
Еләктәре, ай-һай, тәмлекәс.
Муйылдарын, тигән, бир ҡыҙыма,
Еләктәре булһын улыма.
Һеҙгә ҡуян мәмәй бирҙе, тиеп,
Атай һалды услап ҡулыма.
Бала саҡтың татлы емешенең
Иренемдә һаман тәме бар.
Ҡуян күстәнәсен услап бирер
Яныбыҙҙа әлдә атай бар.
Бала сағым
Ҡымыҙ еҫе һеңгән далаларҙа
Кешнәй-кешнәй саба ҡолонсаҡ.
Йәш үләндә аунап, көлә-көлә,
Ялантәпәй саба бала саҡ.
Ал яулығын ҡыйыш ябып алып,
Уң ҡулына тотоп силәген,
Йөгәнәкләп йөрөп бала сағым,
Ана, йыя турғай еләген.
Ауыҙына ҡабып һура-һура,
Һөтлөкәстең баллы сәскәһен,
Ялантәпәй саба бала сағым,
Көтөп тормай хатта әсәһен.
Ҡул - биттәрен сыйып, ах, тиктормаҫ,
Ҡыҙый сағым -ағас башында.
Ҡолап төштө, ләкин иламаны,
Үрмәләне ҡая ташына.
Эй, һин, сабый, бала сағым минең,
Арыу белмәҫ, талмаҫ, уңғанһың!
...Ауырлыҡтар хәҙер килгән саҡта
Һинең кеүек сыҙам булһамсы...
Эй, сабый, бала сағым...
***
Бала саҡты хәтерләгән һайын
Акациям, иҫкә төшәһең.
Апай менән бергә үҫкән кеүек,
Сирен менән ҡушлап үҫәһең.
Акациям, һары ҡояш ҡыҙы,
Кем ултыртҡан һине - белмәйем,
Ә шулай ҙа һин яҡынһың миңә,
Бала сағым һинһеҙ күрмәйем.
Акациям, һары ҡояш ҡыҙы!
Бал тәмәйтә һары сәскәләр.
Май ҡояшы наҙлай сәстәремдән,
Уятҡандай әсәй иркәләп.
Һин биҙәге, һары акациям,
Ғәмһеҙ генә, моңһоҙ сағымдың.
Ғүмеремдең яҙы -һары акация,
Бала сағым, һине һағындым...
***
Көҙҙәр еткәс, ҡоштар осҡан мәлдә,
Ағастарҙан япраҡ яуғанда..
Һағыш ҡына өҫтәй торна сыңы,
Ә мин, иҫәр, шунан йыуанам...
Көҙҙәр еткәс, ҡоштар осҡан мәлде
Көтәм...көтәм, уҙем ут йотам.
Ҡанаттарым булһа, торналарҙан
Ҡалмаҫ инем хатта бер тотам...
Ҡалмаҫ инем, бәлки, торна булһам...
Көҙ йәмдәре - осар ҡоштарҙа...
Оҙатҡанда илап, өмөтләнәм,
Осрашыуға алыҫ яҙҙарҙа...
***
Ни арала үткән йәшел йәйҙәр,
Һары һағыш - еткән көҙҙәрем...
Ағастарҙан тертләп, япраҡ оса,
Йәшкәҙәйҙәр юҡтан күҙҙәрем...
Ни арала еткән һары көҙҙәр,
Әкиәт иле иткән аҡланды...
Сентябрҙең һалҡын елгенәһе,
Эй, уйната тәлгәш баланды...
Ни арала үткән йәшел йәйҙәр,
Тынып ҡалған ҡоштар тауышы.
Ужым ғына баҫыу йәмләп үҫә-
Йәшел йәйҙең һуңғы нағышы...
Ни арала балан емештәре
Һытылырға тулып бешкәндәр...
Йөрәгемдә бушлыҡ, һағыш баҫа,
Тәлгәшләнеп өҙөлөп төшкәндә...
Ни арала еткән һары көҙҙәр,
Үтеп киткән йәшел йәйҙәрем...
Һабыштыра инде һарыларға
Йәйгенәмде тоймай йәйләүем...
Көнләшәм
Ах, көнләшәм, көнләшәм, көнләшәм,
Күҙҙәреңде күктән көнләшәм...
Наҙлы һүҙҙәр, йәнем, шыбырлаһан,
Иренеңде һүҙҙән көнләшәм...
Иркә генә һыйпап ҡағылып үтһә,
Сәстәреңде елдән көнләшәм...
Ҡул йылытһаң, иркәм, усаҡтарҙа,
Устарыңды уттан көнләшәм.
Сарсағанда эсһәң һалҡын һыуҙар,
Шишмәләрҙән, һыуҙан көнләшәм...
Иркәләһә йылы ҡараштарым,
Күҙҙәремдән... йөрәк көнләшә...
Ҡайнарлығы -ҡояш һөйөүемдең,
Үҙ-үҙемдән һине көнләшәм...
Теләнсе лә икән был күңелем…
Теләнсе лә икән был күңелем,
(Һөйләһәң -һүҙ, төртһәң күҙ икән)
Һәр һүҙеңдән, ҡараш-ымдарыңдан,
өмөтләнеп ниҙер көт икән...
Теләнсе лә икән күңелгенәм,
Теләнселәп бына яҙ сыҡты...
Һөйөү тулы кәсә ҡулдарымда-
һине эҙләп йәнем талсыҡҡан...
Иҫтәремә кинәт төштөниһәң,
Сыңлап китеп йөрәк саң ҡаға.
Әллә ниҙәр көтәм ошо сыңдан,
Һәр балҡыған йондоҙ булмағандай,
Һәр усаҡта ипкен-нур түгел.
Аңла икән: үтә ҡыҙыл уңа,
Ярһыу яҙым илар һыу түгеп...
Аңла икән мәңге түгеллеген
Был донъяның. Ҡалыр минән дә...
Теләнсе лә булма һин, исмаһам,
Йәшә, йәшнә, һөйөл кинәнеп...
Атайыма
Атай! Һин терәгем, таянысым,
Сабырлығың үрнәк күптәргә...
Ер түбәндә, ҡояш янда ғына
Күккә сөйөп мине күтәрһәң.
Шырауланған ҡаты ҡулдарыңдың
Йылылығы ҡайнар ҡояштан...
Шул йылыға һыуһап ҡайтып киләм
Һинең янға, атай, алыҫтан.
***
Ҡыҙыл, һары япраҡҡайҙар
Юлдарыма түшәлә.
Гүйә, тәңкәләрҙән торған
Оло бер тау ишелә.
Һуҡмаҡтағы эҙҙәрҙе лә
Шул тәңкәләр ҡапланы.
Хыял селпәрәмә килде,
Өмөттәрем ҡалманы...
Биҙәкле алтын балаҫҡа
Аяҡ баҫам һаҡ ҡына...
Яуапһыҙ ҡалған һөйөүем-
Өҙөлгән япраҡ ҡына...
***
Әллә нимә булды миңә бөгөн,
Болоҡһоно юҡтан күңелем...
Һөйөүемме мине ташлап киткән
Һөйөүеңдән һинең төңөлөп...
Әллә ниҙәр булды миңә бөгөн,
Үртәлмәйем. Һүнгән усағым...
Сыҡмаған йән, тибер-типмәҫ йөрәк-
Һалҡын минең хәҙер ҡосағым...
Һинең хаҡтағы йырым
Һинең хаҡтағы йырҙарҙың
Гел моңло була көйө.
Һағыш уттарында янам-
Шулай булалыр һөйөү.
Һинең хаҡтағы йырымда
Әрем тәме күберәк.
Һағышланып йырҙар яҙам-
Донъя булмай түңәрәк.
Һинең хаҡтағы йырыма
Шатлыҡ йырын һалмайым.
Устарымда илттем һиңә
Йөрәгемде алманың.
Һинең хаҡтағы йырымда
Яуабы юҡ һөйөүҙең.
Ялҡындарҙа яңғыҙ янып,
Арығанмын көйөүҙән.
Һинән башҡа бер кемгә лә,
Йырҙар йырлай алмайым.
Илһам ҡошом ташлап китте,
Битарафлыҡ ялманы....
һинһеҙ төнөм үтһә үтте,
Таң ҡояшы килмәне..
.Бер шиғыр ҙа һинһеҙ генә
Яҙылғыһы килмәне...
***
Һине уйлап, янып-көйөп
Үтә лә китә көнөм.
Төштәремдә бер күрһәм дә,
Йәмләнеп китә өнөм.
Һарыларға һабышамын,
Уйҙарымдан китмәйһең.
Наҙлап, һөйөп, яратырға,
Һағышымды таратырға
Исмаһам, бер килмәйһең.
Талпыныуым, осоноуым-
Яҙҙарым еткән икән.
Һине көтөп, көтөк булыр
Көндәрем үткән икән.
Йөрәгемдең имсеһе һин,
Димсеһе һин күңелдең,
Ҡараштарың иретте лә,
Хистәремдән түгелдем.
Әй шашына, тиле йөрәк,
Һағышым үткән икән.
Күҙҙәремә бер тултырып
Ҡарауың еткән икән.
***
Йылдар үткән, юлдар һүтелгәндәр,
Һуҡмаҡтарҙа эҙҙәр һыуынған.
Хистәр һүнгән, үткән... Йөрәктәге
Гәлсәр һауыт күптән ватылған.
Икәү уҙған анау оло юл да
Юлсы көҫәп ойой ҡартластай.
Ҡояшы ла һаран... Юл ситендә
Етемһерәй яңғыҙ ҡарағай.
Һаҡһыҙлыҡтан, әллә хаҡһыҙлыҡтан
Үкһеҙ генә хәҙер күңелем.
Ә шулай ҙа яҙҙар килде әле,
Йәшеллеккә, йәмгә күмелеп.
Беҙ йөрөгән анау һуҡмаҡ та, күр,
Күптән инде ҡарҙан әрселгән.
Түшәлеп үҫкән зәңгәр умырзая-
Яҙ биҙәге ергә сәселгән.
Ә шулай ҙа яҙҙар килде ергә,
Тереклектә хистәр байрамы.
Эҙҙәреңде юллап барам әле,
Имләтергә йөрәк яраһын...
***
Ниндәй хозур яҙым-гүзәл донъям!
Нурҙарына күҙҙәр ҡамаша.
Сыйырсыҡтар йырлай, тамсы уйнай,
Яҙғы концерт-яҙғы тамаша!
Күгәрсендәр гөлдөр-гөлдөр килә
Һарай башы-һалам ҡыйыҡта.
Ҡаңғылдаша ҡаҙҙар яҙ еткәнгә,
Яҙ йырҙарын йырлай тауыҡтар!
Яҙым килде ергә, сабый яҙым,
Тауыш биреп бөтә донъяға!
Һабантурғай һайрай, эй, талпынып,
Зәңгәр күктән ергә моң аға!
Хистәремдән тамам иҫергәнмен-
Яҙҙарымды көтөп елкенәм...
...Ап-аҡ ҡарға баҫа һаҡ-һаҡ ҡына
Йәп-йәш килен - тыуған ергенәм!
***
Үтә ҡыҙыл булып тиҙ уңдымы,
Ҡыҫҡа булды ғүмере һөйөүҙең.
Юлдарыма сәсрәп сәселеп китә
Көлө генә янып көйөүҙең.
Ҡыҫҡа булды ғүмере һөйөүемдең.
Көҙгө сәскә көслө буламы?..
Һалҡындамы шиңде, ялҡындамы,
Йотто әллә ваҡыт туҙаны?...
Ҡыҫҡа булды ғүмере һөйөүемдең,
(һөйөү булдымы ул, көйөүме...)
Һаҡауланған кәкүк моңо мәллә,
Күрекһеҙ ҙә гармун көйөмө?...
***
Яҙҙар менән һин ҡайтырһың микән?
Ҡайтҡан саҡта ҡоштар теҙелеп...
Көндәремде ялғап төндәремә
Көтәм, иркәм, көтәм, өҙөлөп...
***
Көсләп асҡан күҙҙең нуры булмай,
Йылыһы юҡ һүнгән усаҡтың.
Бер бешкәнде өрөп ҡаба тиҙәр,
Уртлар һыуым - утлы улаҡта...
...һаташыумы эҙләп уҙмыштарын
Йәш тәмәйтер тәҡдир-яҙмыштың?...
***
Көҙ ҙә етте. Саған япраҡтары
Күҙҙең яуын алыр келәмдәй,
Түшәлгәндәр ергә нағыш булып,
Шыршы ғына йәшел еләндә.
Тәлгәшләнеп суғым ҡыҙыл миләш,
Бошмағандай көҙгө һалҡынға,
Бер йәнлелек өҫтәй ағаслыҡҡа,
Солғап алып ҡыҙыу ялҡынға.
Дымһыуланған япраҡ араһынан
Ҡуйы томан йәп-йәш ҡаймаҡтай,
Һығылып аға, гүйә, көҙ һағышын
Бикләп ҡуя ситлек-уймаҡҡа.
Ерән шәлен имән ҡымтып бөркәп,
Йоҡомһорай көҙгө һалҡында.
Үҙһүҙле ел сәсә япраҡтарҙы,
Мыжык ямғыр тамам ялҡытҡан...
***
Көтмәгәндә яҙмыш осраштырҙы,
Ташҡан мәлдә йылға ярынан,
Асылғанда зәңгәр умырзая,
Әрселгәндә тауҙар ҡарынан.
Көтмәгәндә яҙмыш осраштырҙы,
Һыуһағанда күңел наҙҙарға,
Ярһығанда йөрәк һөйөү көтөп,
Йәшнәп килгән йәшлек-яҙҙарҙа,
Ҡойонғанда күңел танһыҡ хистә,
Балҡығанда йәйғор офоҡта,
Түгелде моң…Йәшлек осрашҡанда
Һандуғастан беҙме йыр отҡан?..
Арығанда көтөп мөхәббәтте,
Сарсағанда иркә-наҙҙарға,
Юлдарымда кинәт һин осраның,
Утлы йәшен булып яҙҙарҙа...
Һәм...
Телеп үттең һаҡһыҙ йөрәгемде...
Яраларҙан һарҡып ҡан тама.
Төҙәлмәҫтер инде был йәрәхәт,
Үтенептәр ғәфү һыҡтама...
Йырланманы йырҙар, әйтелмәне һүҙҙәр,
Балҡыны ла һүнде хистәрем...
...Яҙҙар һайын һыҙлай йөрәккенәм,
Илап үтә айлы кистәрем...
***
Юғалтырлыҡ дуҫтар булған икән,
Бөгөн килеп шуға төшөндөм.
Аяуһыҙ ҙа бер һүҙ яраланы
Күңелкәйен ғәзиз кешемдең.
Кеше һүҙе кеше үлтергәнен
Аңланым һуң. Әйтеү-уҡ атыу.
Табыуҙары, беләм, еңел түгел,
Ауырыраҡ ләкин юғалтыу.
Һүҙ ҡеүәтен, хоҙай, белмә икән,
Күпме ғүмер йәшәп-йәшнәп тә.
Уйламай ҙа һөйләп уйылып төшкән
Дыуамаллыҡ хас шул йәшлеккә.
Аҡланыуым түгел, мәлһеҙлегем,
Юғалтыуҙан яҡын дуҫымды.
Ауыр саҡта кемгә һыйынырмын,
Кем һуң хәҙер ҡыҫыр усымды?
Юғалттым шул һине, дуҫымды…
***
Онотайыҡ, дуҫым, барыһын да,
Нимә булған беҙҙең арала,
Үтер әле, ваҡыт –дауа, тиҙәр,
Тәрән булһа, булһын яралар.
Онотайыҡ әле, ярамай бит
Тик үткәндәр менән йәшәргә.
Беҙгә әле күпме янаһы бар,
Күпме йылдар әле йәшнәргә.
Онотайыҡ, беҙгә барыбер ҙә
Фатихаһын яҙмыш бирмәгән.
-Уңалыр ҙа яра…Ә һағыштар?
-Үтер әле, бармы түҙмәгән?
-Тере әле һөйөүем, үлмәгән…


