Визитка (таныштырыу)«Урал батыр»
Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев сәсән-Ғаяз(Йәнтеш)
Камил Илембәтов сәсән -Ғәзиз(Әбеш)
Фәниә сәсәниә-Аҡсәскә (Ғәлиәхмәт)
Асия Солтановна - Әминә (Әбүбәкер).Ҡобайыр әйтеп сыға.
Эй! Сал ҡылғанлы, киң далалы,
Тау, урманлы Хәйбуллам.
Таштуғайлы, Таналыҡлы
Һәм Һаҡмарлы Хәйбуллам!
Алтын ерем-Хәйбуллам!
Көмөш ерем Хәйбуллам!
Һиндә генә мин бәхетле,
Ирекле ҡоштай булам!
Ул һөйләп бөтөүгә сәхнәгә Ҡаҙаҡбай (Ғаяз)сәсән сыға.(ул үҙенең ҡобайырын әйтеп сыға.)
Эй! Хәйбулланың киң ҡырҙарын
Алтын башаҡтар биҙәй.
Көслө рухлы эшсән халҡым
Тик яҡшылыҡҡа әйҙәй.
Тыуған ерем, Хәйбуллам!
Торған ерем, Хәйбуллам!
Һинең изге тупрағыңдан
Йәшәү өсөн көс алам...
Асия Солтановна.(Әминә)Һай, афарин,Ҡаҙаҡбай ағай!
Камил Иләмбәтов менән Фәниә сәсәниә сыға.(бер береһен сәләмләйҙәр)
Асия Солтановна.(Әминә)
-Мөхәмәтйән ағай, әйҙәгеҙ әле, йәштәр менән әйтешкә сығығыҙ.Хәйбуллабыҙға ҡоба әйтешәйек.
Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев(Ғаяз): Булдырабыҙ уны Асия сәсәниә... Йә әле, Камил ҡустым, күрһәт үҙеңдең һүҙгә маһирлығыңды...
Камил сәсәнгә .
-Минең һорауым шундай
Яуап тап әле уңай...
Ике бөйөк ҡитға осрашҡан ер
Сал Уралдың аяҡ осонда
Башҡорт ҡыҙы һуҡҡан балаҫ һымаҡ,
Дала ята. Ни ер ул?
Камил сәсән:(Ғәзиз)
Ике бөйөк ҡитға осрашҡан ер
Сал Уралдың аяҡ осонда
Башҡорт ҡыҙы һуҡҡан балаҫ һымаҡ,
Дала ята.
Хәйбуллалар иле ощонда.
Асия Солтановна(Әминә):Һай афарин, Камил сәсән!
Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев(Ғаяз):Фәниә һеңлем ,тыңла һүҙемде...
(Фәниә сәсәниәгә ).
Ишмуллалар маҡтаған,
Париж сәхнәләрен яулаған,
Хәйбулланың сихри тәбиғәтен
Маҡтай-маҡтай йырлаған
Нимә булыр әйт шуны...
Фәниә сәсәниә, әйт шуны...
Фәниә сәсәниә(Аҡсәсәкә):
Ишмуллалар маҡтаған,
Париж сәхнәләрен яулаған,
Хәйбулланың сихри тәбиғәтен
Маҡтай-маҡтай йырлаған
Ҡырҙарында үҫкән ҡурайҙыр...
Шул ҡурайға ғашиҡ йәндәр:
Йомабайы, Ишмораты,
Сәйфуллаһы данға күмде
Хәйбулланың ҡурайын...
Асия Солтановна(Әминә):
Һай афарин, Фәниә, сәсәниә.
Эйе...
Үҫәргәндәр, түңгәүерҙәр иле!
Шундай киңлек, беҙҙә матурлыҡ!
Европаның кескәй бер дәүләте
Ҡуйынына инеп ятырлыҡ!
Ғәзиз. Ырыуыбыҙ Үҫәргән,
Әминә. Ораныбыҙ-Туҡһаба!
Ғаяз. Тамғабыҙ-ҡойошҡан,
Аҡсәсәкә.Ырыу ҡошобоҙ -торна.
Ағасыбыҙ - миләш.
Ғәзиз. Ҡайнар сәләм һеҙгә Хәйбулланан!
Әминә.Сал ҡылғанлы иркен даланан!
Ғаяз. Осҡон сәскән дәртле балаларҙан!
Аҡсәсәкә. Иген иккән эшсән халҡынан!
Бөтәһе бергә: Ҡайнар сәләм һеҙгә Хәйбулланан!
Урал батыр. Сәхнәләштереү.
Шүлгән(Ғаяз)
Зәрҡүм(Ғәзиз)
Һомай(Әминә)
Аҡҡош(Аҡсәсәкә)
Зәрҡүм инә.
- Эйе... Их! Миңә берәй нисек Аҡбуҙатты һәм булат ҡылысты ҡулға төшөрөргә кәрәк! Әгәр Уралды үлтереп, серле таяҡты ла эләктерһәм... Их-ма! … Минән дә көслө зат булмаясаҡ ерҙә! Шунан инде Зәрҡүм ни эшләргә белер! Үс алырға, бөтәһенән дә үс алырға...(зәһәрләнеп йөрөй) . Бөтәһенән -бөтәһенән үсемде алыр инем!
Шүлгән инә.
Зәрҡүм:(йүгереп уға ҡаршы килә.)
-Шүлгән, беләһеңме, бынан бик йыраҡ түгел Ҡәһҡәһә тигән батшалыҡ бар. Шул батшаның бик хикмәтле тылсымлы таяғы бар ине. Ана шул таяҡты ниндәйҙер бер билдәһеҙ батыр урлапмылыр, нисектер ҡулына төшөргән!(һаман да үҙ уйҙарына күмелеп, уйланып. арлы-бирле йөрөй)
Шүлгән :
Эйе... ишеткәнем бар...
(бер яҡ ситкә китеп үҙ алдына) :
-Ай -һай. был батыр, моғайын, Уралдыр... Илгә ҡайтып маҡтаныр...Бына мин ул дейеүҙәр батшалығын тар-мар итеүсе тейер...
Зәрҡүм:(йүгереп килә)
-Шүлгән, Шүлгән тим! Ул тылсымлы таяҡ һинең булған теләктәреңде үтәй! Нимә теләйһең шул алдыңа килә лә баҫа! Әгәр ҙә беҙҙең ҡулда Аҡбуҙат менән булат ҡылыс та булһа - беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ!Беҙ бит Шүлгән бер - беребеҙҙе бер ҡараштан аңлап торабыҙ! Яҡын серҙәштәр тиһәң дә була!(Сығырға баралар.)Зәрҡүм кире инә:
-Шүлгәнгә ышанырға ярамай! Әгәр ул Һомайҙы алып, Аҡбуҙатҡа эйә булһа! Булат ҡылысты ҡулына эләктерһә... бөттө баш... һаҡ булырға кәрәк...(ашығып сығып китә)
талғын ғына Аҡҡош-ҡыҙ бейей.(яй ғына бейеп сығып китә)
Ҡулдары бәйләнгән Шүлгән менән Зәрҡүм инәләр, төшөнкөлөккә бирелгәндәр, ергә сүгәләйҙәр.
Һомай инә.Шүлгән янына бара.
Һомай:
Шунан, Шүлгән, зинданға .ҡараңғыға осҡас ҡотоң алындымы?
Иҫләйһеңме, Шүлгән.Ҡасандыр мине ата-әсәйең һунарҙа тотоп алып ҡайтҡас, Урал мине йәлләп осороп ебәреү яғында булһа,һин минең муйыныма бысаҡ һалып, тамаҡлау яғында булдың! Мин шунда күпме күҙ йәшемде түктем... инәлдем … ялбарҙым... Мине ебәреүегеҙҙе һораным...Уралға мең рәхмәт! Мин булһам да тик Уралдың ғына ҡатыны буласаҡмын! Ә һин бысраҡ,хәшәрәт йыландар менән дуҫлашып алған әшәке йән эйәһе! Яҡшыны ямандан, изгелекте яуызлыҡтан айырырға өйрәнгәнсе ошо һалҡын зинданда аунаясаҡһың! Йөрәгең йомшарып, кеше күңелле булып китә алырһыңмы икән һин! Белмәйем! Тик бер генә нәмә әйтә алам... Йүнһеҙ,хәшәрәт әҙәми заттарға яҡты ер йөҙөндә урын юҡ!...(Сығып китә. Моңһоу ғына музыка уйнай).
Бөттө.
Хөрмәтле Әминә Сәлихйән ҡыҙы, Гөлдәр Рәшит ҡыҙы һәм уҡыусылар!
21 июнь Йәнтеш ауылында «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереүҙе, таныштырыуҙы ҡабатлаясаҡбыҙ! Сәғәт иртәнге 10.00.килеүегеҙ һорала.(Һүҙҙәрҙе ятларға)
Рәмова Р. З.


