Сисанбаев Айбулат Флорид улы. Сибай ҡалаһы “9- сы лицей”

IХ- ХI кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән интернет - олимпиада һорауҙарына яуаптар

1. Был юлдарҙың авторы Байыҡ сәсән. Анттың изге төшөнсә булыуын, олатайҙар васыяты икәнлеген һәм уның мотлаҡ үтәлергә тейешлеген иҫкә төшөрә сәсән.

2. Петр Кудряшев “Песнь башкирца перед сражением” тигән әҫәрендә әйткән.

3. “Ирәмәл”, “Һары ла сәс”.

4. Уҡ –һаҙаҡ менән һуғышҡан өсөн һәм ҡаты ғорур йөҙҙәрненә ҡарап, француздар башҡортяугирҙарын “Төньяҡ амурҙары” тип атаған.

5. Йәнтүрә ҡыр кәзәһен ҡаянан атып төшөрә.

6. Серебряная медаль «1812 год» для участников сражений тип аталған көмөш миҙал бирелгән барлыҡ ҡатнашыусыларға ла.

7. Был юлдарҙың авторы Н. Батюшков.

8. Гетегә уҡ- һаҙаҡ һәм ҡурай бүләк иткәндәр.

9. “Любизар”, “Икенсе әрме”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡарт Байыҡ”, “Абдрахман”, “Һары ла сәс”, “Ирәмәл”, “Ҡаһым түрә”.

10. Башҡорттарҙың йәнлек ағыуы менән эшкәртелгән уҡ- һаҙағы, Һөңгөһө, ҡылысы, суҡмары булған.

11. Мәскәүҙә 1813 йылда мәсет асырға рөхсәт бирелә, тиҙҙән асыла.

12. Бөтәһе 45 полк ойошторолған: 28 башҡорт, 5- Урал казактары, 5- Ырымбур казактары, 1- Ырымбур - драгун, 2- типтәр, 2- мишәр, 1- Өфө йәйәүле, 1- Ставрополь ҡалмыҡтары полктары.

13. белмәйем.

14. Солтанҡай һәм Ноғмандың яҙмыштары сағыла.

15. Әнүәр Әсфәндийәров, Әбүбәкер Усманов, Ирек Аҡманов, Р. Рәхимов.

16. белмәйбеҙ.

17. Риүәйәттәр буйынса ер һәм миҙал биргән батша Абдрахманға.

18. Фольгнер немец милләтенән. Ул ваҡиғаларҙы көсөргәнешле йүнәлештә үҫергә булышлыҡ итә. Ҡаһым түрәне үлтереү өсөн Ҡолтүбәне ҡоторта.

19. Башҡорттар ун алтынсы быуаттағы Аҡ батша менән килешеүгә ярашлы рәүештә Рәсәй үткәргән бөтә хәрби походтарҙа ла ҡатнашырға тейеш булалар. Ғәскәрҙе үҙҙәре ҡоралландыралар, ике ат менән, кейем - һалым, аҙыҡ менән тәьмин итәләр. Тыуған илде һаҡлау Башҡорт өсөн изге бурыс булған.

20. Ҡаһым түрәнең ҡатыны - Сафия.

Я. Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романынан өҙөккә анализ.

1. Әҙәби стиль.

2. Хикәйәләү.

3. Әҙәби әҫәрҙән алынған өҙөк.

4. Көрәш темаһы.

5. Тыуған яҡтарға.

6.Тәбиғәт күренеше кеүек Буранбайҙың да болоҡһоу күңеле юлда асылғандай була, ләкин көҙгө тәбиғәт барыбер һыуына, шуның кеүек тормоштағы көрәш проблемаһы уға асылып, күңелле генә йәшәргә бирмәй.

7. Хис тойғоно эҙмә- эҙлекле итеп үҫтерә барыуға нигеҙләнгән текст төҙөлөшө.

8.- Лексик саралар: маҡтау - данлау, ҡурай зарлана - илай, көй- йыр, көй йырланырға - уйналырға, көрәшкә әйҙәргә- өндәргә, өмөт- сәм, көслө- йән тетрәткес, ҡабаланмай - яй –синонимдар

юғалыбыраҡ тора ла йөҙөн аса, батҡаҡлы юл таҡырайҙы - антонимдар. Синонимдар, антонимдар тексты матурлай, бер төрлө һүҙҙәр ҡабатланыуға юл ҡуймай.

-Фразеологизмдар: ҡуйы урман, күңел күтәренкелеге,

Метафора: халыҡ ҡанаты, серле тауыштар

Сағыштырыуҙар:мәхлүктәй, һуҙалар кеүек

Ҡанлы бәрелештә ҡорбан булыусы егеттәрен онота алмайынса башын һалындырып, … моңдо һуҙалар төҫлө- перифраз, ул батырҙарҙы юҡһыныу тойғоһон көсәйтә.

- Мәхлүктәй- архаизм.

9. Инверсия йыр тексында бар.