1 сентябрь, 2009 йыл.

Тантаналы линейка.

Музыка. Йыр “Мәктәбем”

(Йыр аҙағында алып барыусылар сыға)

1- се ал. Б. Бөгөн тәүге көҙ айы,

Ниндәй шатлыҡлы иртә!

Ҡояш, ихлас йылмайып,

Беҙҙе бит тәбрик итә.

Хуш киләһең, сентябрь –

Уҡыу йылының башы!

Дәрестәргә саҡырып

Сыңлай звонок тауышы.

2- се ал. Б. Көнгә янған көнөбөҙ

Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.

Дәртләнешеп атлайбыҙ,

Аҙымдар ышаныслы.

Ҡанатланып, күңелдәр

Ҡош кеүек оса ғына.

- Һаумы, һөйөклө мәктәп,

Ал беҙҙе ҡосағыңа!

1- се ал. Б. Хәйерле көн, гимназия! Беҙ тағы ла бергә! Йәмле йәйге каникулдар тамам! Һәр берегеҙҙең гимназияға тағы килер көндәрен ашҡынып көтөүенә ышанабыҙ.

2- се ал. Б. Бөгөн бит ысынлап та уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, уҡыусыларҙың ҙур байрамы. Яңы уҡыу йылы башлана!

1- се ал. Б. Бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Белем көнө менән ҡотлайбыҙ! Беҙҙә бөгөн байрам – 1 сентябрь! Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт, уҡыусылар белем теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

1- се ал. Б. Гимназиям! Ихтибар!

Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагына тигеҙләнергә!

НЕ нашли? Не то? Что вы ищете?

2- се ал. Б. Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы уҡыу отличниктары 11 класс укыусылары Ибатуллина Лилиә, Ғәбдрафиҡова Айгөлгә бирелә

(гимн яңғырай, флаг күтәрелә).

2- се ал. Б. Бөгөн 1 сентябрь көнөндә Белем иленә юлға сығыр алдынан һеҙгә изге теләктәре менән гимназия- интернатыбыҙ директоры, Башкортостан Республикаһы Йыйылышы ҡоролтайы детутаты Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов өндәшә. Һүҙ һеҙгә, рәхим итегеҙ!

1- се ал. Б. Бөгөн беҙҙең байрамға ҡала һәм район хакимиәтенән, Мәғариф бүлегенән дә ҡунаҡтар килгән. ҡотлау өсөн һүҙ __Бәләбәй_районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова, мәғариф идаралығы инспекторы Нәзим Шифа улы Ҡадиров. һүҙ һеҙгә. Рәхим итегеҙ!

2- се ал. Б. Эй мәктәбем, ишектәрең асып,

Ҡосағыңа мине алаһың

Белем осҡондарын күңелемә

Дөрләр ялҡын итеп һалаһың.

1- се ал. Б. Эй мәктәбем, белем усағыңдан

Сәсән йомғаҡтарын һүрәмен.

һинең ярҙамыңда киләсәктең

Алтын һуҡмаҡтарын күрәмен.

Белем һуҡмағы буйлап атлағанда һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы һуҙыусы, бейектән – бейек үрҙәргә менгәндә оҙатып барыусы – әлбиттә уҡытыусылар, класс етәкселәре. Ә хәҙер рөхсәт итегеҙ һеҙҙе улар менән таныштырып үтергә:

- башланғыс класы уҡытыусылары

1) ҡыҙы -1 класс етәксеһе

2) Фалилеева Люциә Ғалимарҙан ҡыҙы - 2 класс етәксеһе

3) Хәбибуллина Светлана Барис ҡыҙы – 3 класс етәксеһе

4) ҡыҙы - 4 класс етәксеһе

- рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары:

1) Лысенкова Клара Рәвил ҡыҙы – 11а класы етәксеһе

2) Мөхәмәтйәнова Регина Азат ҡыҙы – 10 в класы етәксеһе

3) Нурлығаянова Флүзә Рафаил ҡыҙы - 7б класы етәксеһе

- башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары

1) Иманғолова Гүзәл Радик ҡыҙы – уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

2) Шириязданова Зөлфирә Ғайса ҡыҙы – 9а класы етәксеһе

3) Мәүлиева Тәнзилә Ғайсар ҡыҙы – 9б класы етәксеһе

4) Йәрова Зүлиә Хәмзә ҡыҙы – 8б класы етәксеһе

- сит телдәре уҡытыусылары

1) Зайнуллина Фәниә Фәтих ҡыҙы – фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары

2) Ишаева Лилиә Салауат ҡыҙы – 7в класы етәксеһе

3)

4) ҡыҙы

- математика уҡытыусылары

1) Шарипова Зөлфиә Кинйәбай ҡыҙы – 7а класы етәксеһе

2) – 5а класы етәксеһе

3) Сәхибгәрәева Нәсихә Кәнзил ҡыҙы – 7в класы етәксеһе

- информатика уҡытыусылары

1) -8а класы етәксеһе

2) - 10б класы етәксеһе

- история уҡытыусылары

1) Ҡорбанова Гөлнара Мөхәмәт ҡыҙы10а класы етәксеһе

2) Байгузин Раил Ғабдулла улы - 6б класы етәксеһе

- Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы

Хәйруллина Гөлназ Фаяз ҡыҙы – 6а класы етәксеһе

- йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ …

Ғабдрахманова Динара Рифҡәт ҡыҙы

- физика уҡытыусылары

1) Хоҙайназарова Гөлнара Ғәзим ҡыҙы – тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

2) Талхина Зөлфиә Йәүҙәт ҡыҙы

- химия уҡытыусыһы

- биология уҡытыусыһы

1) Лотфуллина Айгөл Салауат ҡыҙы

2) Ғилманова Зөлфиә Нурулла ҡыҙы

- география уҡытыусыһы

Зинатуллина Римма Рәмил ҡыҙы

- физкультура уҡытыусыһы

Мозафаров Барис Шугаевич

- хеҙмәт уҡытыусылары

1) Семенова Римма Рәмзис ҡыҙы – 8а класы етәксеһе

2) Хәкимов Динар Салауат улы

- тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы

ҡат улы

- музыка уҡытыусыһы

Шафикова Әлфиә Сәхиәр ҡыҙы – 5б класы етәксеһе

2- се ал. Б. Һәр гимназист өсөн гимназия-интернатыбыҙ икенсе тыуған йортобоҙ. Был йортта 22 татыу ғаилә- 22 класс йәшәй. һәр кластың үҙ фатиры - класс бүлмәһе бар. Быйыл гимназияла өр - яңы ғаиләләр – кластар барлыҡҡа килде. Бына улар 5а, 5б, 7в кластары.

1- се ал. Б. Уларға бөгөнгө байрамда фатирҙар - класс кабинеттары бирелә. Фатир булғас уның асҡысы ла булырға тейеш.

2- се ал. Б. Иғтибар! 34 - се кабинет асҡысы 5а класына һәм класс етәксеһе ға бирелә.

1- се ал. Б. Шулай уҡ 27-се кабинет асҡысы 5б класына һәм класс етәксеһе Шәфиҡова Әлфиә Сәхийәр ҡыҙына бирелә.

2- се ал. Б. Һәм 28 - се кабинет асҡысы 7в класына һәм класс етәксеһе Сәхибгәрәева Нәсихә Кәнзил ҡыҙына бирелә.

1- се ал. Б. Бына тағы юл-һуҡмаҡтар

Мәктәпкә ҡарай илтә:

- Һаумы, сентябрь иртәһе –

Ҡыңғыраулы саф иртә!

Был иртәлә бар йәнлелек,

Йәмлелек күсеп килде,-

Мәктәп алды, әйтерһең дә,

Сәскәле болон инде.

2- се ал. Б. Беренселәр алға баҫҡан,

Иң кескәй дуҫтар улар:

Унынсылар сәскә һуҙа,

Теләп хәйерле юлдар.

Ал таҙмалы ҡыңғырауҙан,

Күңелде арбап, әйҙәп,

Моң таралды тирә яҡҡа:

- һаумы, һөйөклө мәктәп!

1- се ал. Б. Үткән уҡыу йылында беҙҙең гимназиябыҙҙы ­­­­­­­­­­­­­­ 39 уҡыусы, уларҙың 5 –һе көмөш, 2-һе алтын миҙалға тамамланылар. Бөгөнгө көндән улар Башкортостаныбыҙ һәм Рәсәй киңлегендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итәсәктәр. Бөгөн уларға алмашҡа 1 класҡа 20 кескәй дуҫыбыҙҙы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Уларҙың тәүге уҡытыусылары ҡыҙы. Әйҙәгеҙ уларҙы бергәләп ҡул сабып ҡаршы алайыҡ.

(1-се синыф уҡыусылары сығып баҫалар).

2- се ал. Б. Бәләкәстәребеҙ! һүҙ һеҙгә, рәхим итегеҙ!

,,,

1- се ал. Б. Хөрмәтле 1-се синыф уҡыусылары! Һеҙгә белем юлына әйҙәүсе тәүге китап — Әлифба бүләк итәбеҙ. Уны ҡәҙерләп уҡығыҙ, һаҡлағыҙ!

(Әлифба тапшыралар)

1- се ал. Б. 4-се кабинет асҡысы 1 класка һәм класс етәксеһе ҡыҙына тапшырыла.

Тырышып уҡығыҙ, татыу йәшәгеҙ!

(курайсылар сы4ышы)

2- се ал. Б Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә -

Был донъяла юлдар тулы.

Тик барынан яҡыныраҡ,

Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы

Бына тағы еҙ ҡыңғырау

Иртүк сыңлап һөрән һала.

Ошо юлдан тағы атлай,

Сәскә тотоп, күпме бала.

1- се ал. Б. Ер аҫтында, ер өҫтөндә

Күпме юлдар – таҫма һымаҡ,

Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,

Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.

Башлана һуң улар ҡайҙан?

Улар башы – мәктәп юлы,

Ул – тынғыһыҙ белем юлы.

Һәр кем изге күрә уны.

2- се ал. Б. Ә хәҙер байрамға, күптән көткән дуҫыбыҙ ҡыңғырауҙы саҡырайыҡ. Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 11 – се класс алдынғы уҡыусыһы Мөсәлләмов Илнар һәм 1 – се синыф уҡыусыһы Ғәзизова Лилиәгә бирелә.

(тәүге ҡыңғырау яңғырай)

Саҡыра , тағы саҡыра

Ҡыңғырау кластарға

Бөгөндән – Белем көнөнән

Уҡыу йылы башлана.

1- се ал. Б. Хөрмәтле 1 –се класс уҡыусылары, ата-әсәләр! Ә хәҙер һеҙҙе ҡайнар алҡыштар менән тәүге класс сәғәтенә оҙатабыҙ, рәхим итегеҙ!

2- се ал. Б. Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар! Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ!

Уҡыу йылы һеҙгә һәр саҡ

бары уңыш килтерһен

диктанттар бишкә яҙылһын,

мәсьәләләр сиселһен

мәктәптә күңелле булһын

илһам һәм шөһрәт килһен.

1- се ал. Б. Белем байрамы дауам итә. Бөтә уҡыусылырҙы, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙеата-әсәләрҙе, саҡырылған ҡунаҡтарҙы асыҡ класс сәғәттәренә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ! Ошоноң менән тантаналы линейка тамам.