С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.
Н. Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.
Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау -3 сәғәт.
Морфология буйынса үтелгәндәрҙө ҡабатлауға, бәйләнешле телмәр үҫтереү -6 сәғәт.
Үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Һүҙҙәргә морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш. Йыл буйына өйрәнелгән морфологик күренештәрҙе текстан таба һәм аңлата белеү.
Изложение, ирекле темаға инша яҙыу, хаталар өҫтөндә эшләү.
Ғариза тураһында төшөнсә, эш ҡағыҙҙарын яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
1.Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
· текстың планын төҙөү;
· текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
· текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
· тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
· 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
· тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
· әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
· текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
Һорауҙарға яуап - 1
Диктант – 6
Инша - 6
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:
- һүҙлек диктанттары;
- аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;
- һорауҙарға яуаптар; - иншалар;
- тестарға яуаптар яҙыу; - изложениелар.
Башҡорт теленән календарь-тематик планлаштырыу
№ | Тема | Йыһазландырыу | План-ған көн | Үтк-гән көн |
1. | Башҡорт теле. Тел һәм уның үҙенсәлектәре. | Таблица, карточкалар. | 03.09 | |
2. | Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. | Күнегеүҙәр китабы. | 06.09 | |
3. | Алмаш. Уның төркөмсәләре. | Таблица. | 10.09 | |
4. | Һүҙҙең лексик һәм грамматик формалары. | Карточкалар. | 13.09 | |
5. | Һүҙъяһалыш. | Карточкалар. | 17.09 | |
6. | Һан. Һан төркөмсәләре. | Таблица. | 20.09 | |
7. | «Һан төркөмсәләре» темаһы буйынса контроль диктант «Башаҡ». | 24.09 | ||
8. | Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым тураһында төшөнсә. | Һүҙлектәр. | 27.09 | |
9. | Үҙ аллы ҡылымдар. | Карточкалар. | 01.10 | |
10. | Ярҙамсы ҡылымдар. | Дидактик карточкалар, күнегеүҙәр китабы. | 04.10 | |
11. | Ҡылымдарҙың барлыҡ, юҡлыҡ формалары. | Йыйынтыҡ. | 08.10 | |
12. | Ҡылымдарҙың заман формалары. | Һүҙлек, таблица. | 18.10 | |
13. | Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреүе. | Схема, таблица. | 22.10 | |
14. | «Ҡылым» темаһын ҡабатлау. | Таблица, карточкалар. | 25.10 | |
15. | «Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреүе» темаһы буйынса контроль диктант « ҡошлаусы ҡоштар». | 29.10 | ||
16. | Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым йүнәлеше. Төп йүнәлеш. | Карточкалар. | 01.11 | |
17. | Ҡайтым йүнәлеше. | Таблица. | 05.11 | |
18. | Төшөм йүнәлеше. | Таблица. | 08.11 | |
19. | Уртаҡлыҡ йүнәлеше. | Йыйынтыҡ. | 12.11 | |
20. | Йөкмәтеү йүнәлеше. | Таблица. | 15.11 | |
21. | Ҡылым һөйкәлеше. | Таблица. | 22.11 | |
22. | Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заман менән үҙгәреүе. | Карточкалар. | 26.11 | |
23. | Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының хәҙерге заман менән үҙгәреүе. | Таблица. | 29.11 | |
24. | Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының киләсәк заман менән үҙгәреүе. | Таблица. | 03.12 | |
25. | Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. | Күнегеүҙәр китабы. | 06.12 | |
26. | Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. | Күнегеүҙәр китабы. | 10.12 | |
27. | Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. | Таблица. | 13.12 | |
28. | Ҡылым һөкәлешен ҡабатлау. | Карточкалар. | 17.12 | |
29. | «Ҡылым һөйкәлештәре» темаһы буйынса грамматик эш менән диктант «Алыш». | Йыйынтыҡ. | 20.12 | |
30. | Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым төркөмсәләре. | Һүҙлек. | 24.12 | |
31. | Сифат ҡылым. | Дидактик карточкалар. | 27.12 | |
32. | Сифат ҡылымдың заман формалары. | Һүҙлектәр, схема. | 10.01 | |
33. | Сифар ҡылымдың үҙгәреүе. | Йыйынтыҡ. | 14.01 | |
34. | Хәл ҡылым. | Карточкалар, һүҙлек. | 17.01 | |
35. | Хәл ҡылымдың формалары. | Йыйынтыҡ. | 21.01 | |
36. | Инфинитив. | Таблица. | 24.01 | |
37. | Изложение «Ер һатыу». | Йыйынтыҡ. | 28.01 | |
38. | Хаталар өҫтөндә эш. Исем ҡылым. | Таблица. | 31.01 | |
39. | Исем ҡылымдың эйәлек категорияһы. | Таблица. | 04.02 | |
40. | Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау. | Һүҙлек. | 07.02 | |
41. | «Ҡылым төркөмсәләре» темаһы буйынса контроль диктант «Кәмәлә». | Йыйынтыҡ. | 11.02 | |
42. | Хаталар өҫтөндә эш. исем ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаһы. | Карточкалар. | 14.02 | |
43. | Исем ҡылымдың килеш менән үҙгәреүе. | 18.02 | ||
44. | Исем ҡылымды ҡабатлау. | Күнегеүҙәр китабы. | 25.02 | |
45. | Рәүеш. | Йыйынтыҡ. | 28.02 | |
46. | Рәүеш дәрәжәләре. Төп рәүештәр. | Һүҙлек, күнегеүҙәр китабы. | 04.03 | |
47. | Ваҡыт, урын рәүештәре. | Һүҙлектәр, схема. | 07.03 | |
48. | Оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре. | Дидактик карточкалар. | 11.03 | |
49. | Изложение «Йылан менән балыҡ». | Йыйынтыҡ. | 14.03 | |
50. | Хаталар өҫтөндә эш. Күләм-дәрәжә рәүештәре. | Һүҙлек. | 18.03 | |
51. | Сәбәп-маҡсат рәүештәре. | Схема. | 21.03 | |
52. | Рәүештәрҙең яһалышы. | 25.03 | ||
53. | «Рәүеш» темаһы буйынса контроль диктант «Янғантау». | Йыйынтыҡ. | 28.03 | |
54. | Хаталар өҫтөндә эш. Тамыр рәүештәр. | Таблица. | 01.04 | |
55. | Яһалма, ҡушма рәүештәр. | Таблица. | 04.04 | |
56. | Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | Таблица. | 15.04 | |
57. | Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. | Йыйынтыҡ. | 18.04 | |
58. | Изложение «Изге кешем». | 22.04 | ||
59. | Хаталар өҫтөндә эш. Теркәүестәр. | Таблица. | 25.04 | |
60. | Төҙөү теркәүестәре. Эйәртеү теркәүестәре. | Таблица. | 29.04 | |
61. | Парлы һәм яңғыҙ теркәүестәр. | Таблица. | 02.05 | |
62. | Киҫәксәләр. | Таблица. | 06.05 | |
63. | Модаль һүҙҙәр. | Һүҙлек, карточкалар. | 13.05 | |
64. | Ымлыҡтар. | Карточкалар. | 16.05 | |
65. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау буйынса контроль диктант «бәхетле ер». | 20.05 | ||
66. | Хаталар өҫтөндә эш. Бәйләүестәр. | Карточкалар. | 23.05 | |
67. | Синоним бәйләүестәр. | 27.05 | ||
68. | VII класта үтелгәндәрҙе йомғаҡлау дәресе. | 30.05 |
Башҡорт әҙәбиәтенән календарь-тематик программа
|
Из за большого объема этот материал размещен на нескольких страницах:
1 2 3 |


