Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу – фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп әйтә һәм яҙа белеү тигән һүҙ.
Бынан тыш, балаларҙа уҡыуға ихтыяж үҫтереү, уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләһе лә ҡуйыла. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыуға, китап һәм һүҙлектәр, төрлө сығанаҡтар менән эш итергә өйрәтеү ҙә бик мөһим.
Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәрк системаһы, метапредмет. Шәхси, предмет һөҙөмтәләре тәҡдим ителә.
Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат – баланы шәхес итеп үҫтереү.
Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.
Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:
- Туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;
- Уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;
- Башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;
- Дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;
- Башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;
- Уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.
Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө:
- Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;
- Фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;
- Уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;
- Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика.
Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:
- Предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;
- Уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;
- Яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;
- Тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;
- Орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;
- Башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;
- Телде тойомлауҙы үҫтереү.
Был программа дәүләт стандартының федераль компонентына нигеҙләнеп төҙөлдө. Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә башланғыс класта бөтәһе 460 сәғәт бүленә. (1 класта аҙнаһына 3 сәғәт менән уҡыу йылына – 99 сәғәт )
Уҡыу йылы аҙағына уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар
Шәхси үҫеш кимәле
«Башҡорт теле» предметының үҙләштергәндә, уҡыусыны шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурыстарын ҡуя:
- телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;
- тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;
- кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;
- уҡылған әҫәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.
Метапредмет кимәле
Ойоштороу эшмәкәрлеге:
- уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;
- дәрестә эш барышын һөйләп барыу;
- дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;
- уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;
- коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.
Танып белеү эшмәкәрлеге:
- дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);
- дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;
- бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;
- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.
Аралашыу эшмәкәрлеге:
- фекереңде телдән формалаштырыу;
- кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;
- тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;
- тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;
- уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.
Предмет үҙләштереү кимәле:
- тексты һөйләмдәр теҙмәһенән әйыра белеү;
- бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;
- тексты ентекле һөйләй белеү;
- хикәйә төҙөү;
- һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү. Дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;
- һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;
- һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;
- баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;
- тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө
Грамотаға өйрәтеү. Әлифба.
I. Графика. өн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тар тынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыоар. Ҡ, к, п өндәренең ғ, г, б өндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә өн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. өн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.
II. Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, өҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ.б. дөйөм исем аҫтында туплптыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренәҡарап, кем? нимә? ни эшләй? ниндәй? һорауҙары буйынса төркөмләү, уларҙы һөйләмдән табып, һорау ҡуйыу, телмәрҙә ҡулланыу.
III. Һөйләм. телмәрҙән һөйләмде айырып алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һөйләм аҙағында нөктә (йыл аҙағында – һорау һәм өндәү) билдәләре ҡуйыу.
Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.
Башҡорт теле
I. Фонетика. әлифба осоронда «Өн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.
Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.
II. Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә. та-тә. ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.
Һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Хәбәр һөйләм. О-ө хәрефле һүҙҙәр. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү.
III. Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.
IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Хәреф һәм өндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.
Хәрефтәрҙе айырым һәм бер-береһе менән тоташтырыпяҙыу. һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау. Уҡытыусы ҡушҡанды аңларға өйрәнеү. Үҙ-ара һөйләшеү (диалог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға өйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.
Календар – тематик план
№ | Тема | Дата | Иҫкәртмә | |
фактик | план буйынса | |||
Әлифбаға тиклемге осор. Төклө аяғың менән. | ||||
1 | Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. | 2.09 | ||
2 | Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. | 6.09 | ||
3 | Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. | 8.09 | ||
4 | Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. | 9.09 | ||
5 | Һүҙбәйләнеш. Һөйләм. | 13.09 | ||
6 | Һөйләмгә һүҙ өҫтәү. | 15.09 | ||
7 | Ярҙамсы һүҙҙәр (һәм, менән). | 16.09 | ||
8 | Ярҙамсы һүҙҙәр (ла-лә, та-тә, ҙа-ҙә). | 20.09 | ||
9 | Ярҙамсы һүҙҙәр (ғына, генә). | 23.09 | ||
10 | Һүҙҙең өн составын анализлау. Өндәр системаһы. Өн, һүҙ. | 23.09 | ||
11 | Һүҙҙә нисә өн? | 27.09 | ||
12 | Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Ижек. | 30.09 | ||
13 | Нәҙек, ҡалын өндәр. | 30.09 | ||
14 | Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. | 3.10 | ||
15 | Нәҙек, ҡалын өндәр. | 6.10 | ||
16 | Һаңғырау, яңғырау тартынҡы өндәр. | 7.10 | ||
17 | Баҫым. | 10.10 | ||
18 | Һаңғырау, яңғырау тартынҡы өндәр. | 13.10 | ||
19 | Әлифба осоро. Телмәр үҫтереү. | 14.10 | ||
20 | Аа өн-хәрефе, Әә хәрефе. | 17.10 | ||
21 | Өө өн-хәрефе. | 20.10 | ||
22 | Оо өн-хәрефе. | 21.10 | ||
23 | Үү өн-хәрефе. | 24.10 | ||
24 | Уу өн-хәрефе. | 27.10 | ||
25 | Ээ (е) өн-хәрефе. | 28.10 | ||
26 | Ээ (е) өн-хәрефе. | 31.10 | ||
27 | Ыы өн-хәрефе. | 10.11 | ||
28 | Телмәр үҫтереү “Бесәнсе мышы”. | 11.11 | ||
29 | Ии өн-хәрефе. | 14.11 | ||
30 | Мм өн-хәрефе. | 17.11 | ||
31 | Нн өн-хәрефе. | 18.11 | ||
32 | ң өн-хәрефе. | 21.11 | ||
33 | Лл өн-хәрефе. | 24.11 | ||
34 | Рр өн-хәрефе. | 25.11 | ||
35 | Йй өн-хәрефе. | 28.11 | ||
36 | Темәр үҫтереү “Йылҡы көтөүе ”. | 1.12 | ||
37 | Гг өн-хәрефе. | 2.12 | ||
38 | Кк өн-хәрефе. | 5.12 | ||
39 | Ғғ өн-хәрефе. | 8.12 | ||
40 | Ҡҡ өн-хәрефе. | 9.12 | ||
41 | Г-к, ғ-ҡ өн-хәрефтәре. | 12.12 | ||
42 | Бб өн-хәрефе. | 15.12 | ||
43 | Пп өн-хәрефе. | 16.12 | ||
44 | Зз өн-хәрефе. | 19.12 | ||
45 | Сс өн-хәрефе. | 22.12 | ||
46 | Ҙҙ өн-хәрефе. | 23.12 | ||
47 | ҫ өн-хәрефе. | 26.12 | ||
48 | Дд өн-хәрефе. | 29.12 | ||
49 | Тт өн-хәрефе. | 30.12 | ||
50 | У-ү өн-хәрефтәре. | 16.01 | ||
51 | Жж өн-хәрефе. | 19.01 | ||
52 | Шш өн-хәрефе. | 20.01 | ||
53 | Вв өн-хәрефе. | 23.01 | ||
54 | Фф өн-хәрефе. | 26.01 | ||
55 | Яя өн-хәрефе. | 27.01 | ||
56 | Ее өн-хәрефе. | 2.02 | ||
57 | Юю өн-хәрефе. | 3.02 | ||
58 | Ёё өн-хәрефе. | 6.02 | ||
59 | Ь, ъ билдәләре. | 9.02 | ||
60 | Һһ өн-хәрефе. | 10.02 | ||
61 | Хх өн-хәрефе. | 13.02 | ||
62 | Цц өн-хәрефе. | 16.02 | ||
63 | Чч өн-хәрефе. | 17.02 | ||
64 | Щщ өн-хәрефе. | 27.02 | ||
65 | Щщ өн-хәрефе. | 1.03 | ||
66 | Алфавит. | 2.03 | ||
67 | Контроль диктант “Алфавит” темаһы буйынса. | 5.03 | ||
68 | Хаталар өҫтөндә эш. Алфавит. | 9.03 | ||
69 | Өн һәм хәреф. | 12.03 | ||
70 | Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. | 15.03 | ||
71 | Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Уларҙы тамғалау. | 16.03 | ||
72 | Ижек.Һүҙҙе ижеккә бүлеү. | 22.03 | ||
73 | Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү. | 23.03 | ||
74 | Баш хәреф. Кешенең исем-фамилияларының яҙылышы. | 2.04 | ||
75 | Баш хәреф. Хайуан ҡушаматтары. | 2.04 | ||
76 | Ер-һыу атамалары. | 5.04 | ||
77 | Һөйләм. | 6.04 | ||
78 | Хәбәр һөйләм. | 9.04 | ||
79 | Һорау һөйләм. | 12.04 | ||
80 | Өндәү һөйләм. | 13.04 | ||
81 | О-ө хәрефле һүҙҙәр. | 16.04 | ||
82 | У-ү хәрефле һүҙҙәр. | 19.04 | ||
83 | Э хәрефенең яҙылышы. | 20.04 | ||
84 | Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. | 23.04 | ||
85 | Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәре. | 26.04 | ||
86 | Ю хәрефе. | 27.04 | ||
87 | Е хәрефе. | 30.04 | ||
88 | Е хәрефе. | 3.05 | ||
89 | Я хәрефе. | 4.05 | ||
90 | Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. | 10.05 | ||
91 | Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. | 11.05 | ||
92 | Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. | 14.05 | ||
93 | Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. | 17.05 | ||
94 | Йыллыҡ контроль эш. | 18.05 | ||
95 | Ярҙамсы һүҙҙәр: да-дә,та-тә,ҙа-ҙә, ла-лә | 21.05 | ||
96 | Ярҙамсы һүҙҙәр: ғына-генә; ҡына-кенә. | 24.05 | ||
97 | Ярҙамсы һүҙҙәр: да-дә,та-тә,ҙа-ҙә, ла-лә. | 25.05 | ||
98 | Хаталар өҫтөндә эш. | 28.05 | ||
99 | Ҡабатлау. Йомғаҡлау. | 28.05 |
Тематик план
|
Из за большого объема этот материал размещен на нескольких страницах:
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 |


