Дәрес темаһы

Дәрес йөкмәткеһе

Тикшереү

Төрҙәре

Уҡыусының эшмәкәрлеге

Дәрес

һаны

Предмет һәм һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

Һүҙ. Предмет. Был ике төшөнсәне сағыштырыу. Предметты тотабыҙ, күрәбеҙ. Һүҙҙең исемен атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Махсус рәүештә һорау төҙөргә өйрәтеү (өйрәнеү объекты тураһында мәғлүмәт алыу маҡсатында)

Предмет һәм һүҙ төшөнсәһен сағыштырыу. Уларҙың айырмалыҡтарын табыу. Һорауҙарға яуап биреү. Һорау ҡуйыу. Диалогта ҡатнашыу

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Хәрәкәт. эш. Предмет башҡарған эш-хәрәкәт. һүҙбәйләнеш. (терминды атамайынса) төҙөү. Предмет атамаһы һәм уның эше. Хәрәкәте. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы.

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең аңлатҡан мәғәнәһен үҙләштереү. Уларға дөрөҫ һорау ҡуйыу. Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү; уларҙың һөйләмдәге урынын билдәләү. Һыҙмала күрһәтеү.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр

Предмет һәм уның билдәһе. Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предмет атамаһын белдергән һүҙгә ярашлы билдә-һүҙҙе табыу. Һүҙбәйләнеш төҙөү. Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һәм үҙенсәлектәре. Предметҡа хас булған билдәләрҙе әйтеү, уларҙы күҙәтеү һәм сағыштырыу.

Һүҙбәйләнеш.

Һүҙбәйләнеш. Предмет атамаһы һәм уның хәрәкәтен аңлатҡан һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөү. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең билдә-һүҙҙәр менән бәйләнеше (һүҙбәйләнеш). Һүҙбәйләнеште график һыҙмала күрһәтеү.

Һүҙбәйләнештәр төҙөү. Уларҙы телмәрҙән әйырып алыу. Һүрәттәр йөкмәткеһенә ярашлы һүҙбәйләнештәр төҙөү.

Һөйләм.

Һөйләм тураһында төшөнсә. Һөйләмдең башы, аҙағы. Уның аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау. өндәү). Бәләкәс (йыйнаҡ) һәм ҙур (киңәйтелгән) һөйләмдәр. һөйләм һыҙаһы.

Һөйләм тураһында төшөнсә һөйләмде күҙәтеү, һүҙбәйләнештәр менән сағыштырыу. Уҡытыусының һорауҙарына тулы һәм асыҡ яуап биреү, диалогта ҡатнашыу. Һөйләмде дөрөҫ интонация менән әйтеү. Телмәрҙән һөйләмде айырып алыу.һөйләмде һүҙбәйләнештәргә һәм һүҙҙәргә тарҡатыу. Уларҙың һыҙмаһын төҙөү. өндәшеү маҡсатында ярашлы рәүештә нөктә, һорау, өндәү билдәләре ҡуйыу.

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре.

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы. Уларҙың ҡулланышы, һөйләм һыҙмаһында график тамғалау.

Һәм ,менән ярҙамсы һүҙҙәрен телмәрҙә таныу, дөрөҫ интонация менән уҡыу (баҫымһыҙ). Уларҙы һөйләмдән үҙҙәре бәйләнеп килгән һүҙҙәр менән айырып алыу, һыҙмала билдәләү.

Ла-лә, та-тә, ҙә-ҙа, да-дә

ярҙамсы һүҙҙәре.

Ла-лә, та-тә, ҙә-ҙа, да-дә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы. Уларҙың ҡулланышы, һөйләм һыҙмаһында график тамғалау.

Ла-лә. та-тә. ҙа-ҙә, да-дә ярҙамсы һүҙҙәрен телмәрҙә таныу, дөрөҫ интонация менән уҡыу (баҫымһыҙ). Уларҙы һөйләмдән үҙҙәре бәйләнеп килгән һүҙҙәр менән айырып алыу, һыҙмала билдәләү.

Ярҙамсы һүҙҙәр: ғына-генә, ҡына-кенә.

ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы. Уларҙың ҡулланышы, һөйләм һыҙмаһында график тамғалау.

ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәрен телмәрҙә таныу, дөрөҫ интонация менән уҡыу (баҫымһыҙ). Уларҙы һөйләмдән үҙҙәре бәйләнеп килгән һүҙҙәр менән айырып алыу, һыҙмала билдәләү.

Һүҙ. Өн.

Һүҙҙе тыңлау. Уның һәр өнөн тауыш (интонация) ярҙамында айырып әйтеү. Өндәрҙең урынын билдәләү. Уның өн моделен төҙөү. Бирелгән график һыҙмаға ярашлы һүҙҙәр уйлау

Телмәрҙе һөйләмдәргә, Һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү. Һүҙҙе әйтеү, тыңлау. Һүҙҙән кәрәкле өндө айырып алыу. Һүҙҙең һәр өнөн айырып әйтеү. Һүҙҙең һәр өнөн айырып әйтеү һәм һәр өндө шаҡмаҡтар ярҙамында билдәләү.

Һүҙҙә нисә өн

Һүҙҙе тыңлау. Уның һәр өнөн тауыш (интонация) ярҙамында айырып әйтеү. Өндәрҙең урынын билдәләү. Уның өн моделен төҙөү. Бирелгән график һыҙмаға ярашлы һүҙҙәр уйлау

Һүҙҙәрҙе әйтеү. Тыңлау, дәрҙе айырып алыу һәм сағыштырыу. Һүҙ моделендә һәр өндө үҙ шаҡмағына ҡуйыу. Һүҙҙәге өндәрҙе тыңлау, ишетеү, өндәрҙе әйтеү һәм һанау.

Һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек.

Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе график тамғалау. Һүҙҙең өн моделен төҙөү. Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдары. өндө әйткәндә ауыҙ ҡыуышлығынан өрөлгән һауаға ҡаршылыҡ ҡуйыу осраҡтарын күҙәтеү: (иренәр ҡымтала, тел аңҡауға йәбешә йәки аҫҡы һәм өҫкө рәт тештәр «тоташа» һ.б.). Өндө тартынҡы һәм һуҙынҡыға айырыу.

Һүҙҙе әйтеү, тыңлау. Уны ижектәргә бүлеү. Һүҙҙә төрлө юлдар менән ижектәр һанын билдәләү. Өндәрҙе күҙәтеү, уларҙы айырыу ысулдарын һәм юлдарын табыу. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе әйтеүҙә үпкәнән өрөлгән һауаның хәрәкәт итеүен күҙәтеү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын аңлата белеү.

Нәҙек һәм ҡалын өндәр. Нәҙек ҡалын әйтелешле һүҙҙәр

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле үҙҙәр. ярым нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡы өндәр. [ә,ө,ү,и, э, у, ы, а, о] өндәре. Һүҙҙәрҙә сингорманизм законы. Тартынҡы өндәр нәҙек һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡылар ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. Ҡалын һәм нәҙек өндәрҙе график моделдә айырып тамғалау (ҡалын өндәр – зәңгәр, нәҙек өндәр – һары төҫтә). Һүҙҙәрҙе өн моделенә ярашлы уҡыу.

Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле өндәрҙе сағыштырыу, айырыу. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙәге сингармонизм законын күҙәтеү. Һүҙҙәргә анализ эшләү, өн моделен һыҙыу.

Һаңғырау һәм яңғырау тартынҡылар.

Шау һәм тауыш ярҙамында яһалған тартынҡы өндәр. тартынҡыларҙы яңғырау һәм һаңғырау өндәргә төркөмләү. Һаңғырау, яңғырау тартынҡыларҙы график тамғалау.

Тартынҡыларҙы күҙәтеү. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы сағыштырыу һәм уларға хас айырмалыҡтарҙы билдәләү, һығымта яһау. Һүҙ моделендә уларҙы билдәләү.

Баҫым.

Баҫымдың һүҙҙең аҙаҡы ижегенә төшөүе. Башҡорт телмәре музыкаль һәм яғымлы.

Һүҙҙәрҙә баҫымлы ижекте көслө тауыш менән айырып әйтеү, уны билдәләү. Һуҙынҡы өндәргә баҫым төшөүе. Башҡорт теленең баҫым үҙенсәлектәре.

Һаңғырау, яңғырау тартынҡы өн.

Шау һәм тауыш ярҙамында яһалған тартынҡы өндәр. тартынҡыларҙы яңғырау һәм һаңғырау өндәргә төркөмләү. Һаңғырау, яңғырау тартынҡыларҙы график тамғалау.

Ө-хәреф анализы яһау. Һүҙҙәрҙең моделен төҙөү. Кәрәкле өндәр булған һүҙҙәр табыу. Һүҙҙәрҙе яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларына ярашлы төркөмләү. Парлап диалог төҙөү.

Һүҙҙең өн моделе.

Һүҙҙе әйтеү, тыңлау. Һүҙҙең һәр өнөн ишетеү һәм тауыш ярҙамында әйтеү. Һүҙҙең өн моделен төҙөү, анализлау.

Хәреф - өндөң тамғаһы.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы, ҡалын һәм нәҙек өндәрҙе айырып алыу. Һүҙҙең моделен төҙөү.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы, ҡалын һәм нәҙек өндәрҙе айырып алыу. Һүҙҙең моделен төҙөү.

[ә] өнө. Әә хәрефе.

[ә] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ә] – нәҙек һуҙынҡы. [ә] өнө ә хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф Ә кеше исемдәрендә һәм һөйләм башындағы һүҙҙә. Уның менән һүҙҙәр уйлау. 2-3, 3-4 өндән торған һүҙҙәрҙең өн-хәрефтән торған график һыҙмаһы. Һыҙмала Әә хәрефен үҙ урынына (шаҡмаҡҡа) баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу.

Әә өн-хәрефен үҙләштереү. Һүҙҙәрҙә өндөң урынын билдәләү. Нәҙек һәм ҡалын өндәрҙе сағыштырыу, һығымта яһау. Әә хәрефтәрен яҙыу. Диктант яҙыу.

[а}өнө. Аа хәрефе.

[а]өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [а]– ҡалын һуҙынҡы. [а] өнө а хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф А кеше исемдәрендә һәм һөйләм башындағы һүҙҙә. Уның менән һүҙҙәр уйлау. 2-3, 3-4 өндән торған һүҙҙәрҙең өн-хәрефтән торған график һыҙмаһы. Һыҙмала Аа хәрефен үҙ урынына (шаҡмаҡҡа) баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу.

Аа өн-хәрефен үҙләштереү. [а] өнөн әйтеү, тыңлау. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен аңлау.

[ө}өнө. Өө хәрефе.

[ө]өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ө]–ярым нәҙек һуҙынҡы. [ө] өнөн Өө хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф Ө кеше Һәм ҡала исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында һәм һөйләм башындағы һүҙҙә. Уның менән һүҙҙәр уйлау. 2-3, 3-4 өндән торған һүҙҙәрҙең өн-хәрефтән торған график һыҙмаһы. Һыҙмала Өө хәрефен үҙ урынына (шаҡмаҡҡа) баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу.

Өө өн-хәрефен үҙләштереү. [ө] өнөн әйтеү, тыңлау. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен аңлау. Өө хәрефтәрен яҙыу.

[о}өнө. Оо хәрефе.

[а]өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [а]– ҡалын һуҙынҡы. [а] өнө а хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф А кеше исемдәрендә һәм һөйләм башындағы һүҙҙә. Уның менән һүҙҙәр уйлау. 2-3, 3-4 өндән торған һүҙҙәрҙең өн-хәрефтән торған график һыҙмаһы. Һыҙмала Аа хәрефен үҙ урынына (шаҡмаҡҡа) баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу.

Оо өн-хәрефен үҙләштереү. [о] өнөн әйтеү, тыңлау. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен аңлау. Оо хәрефтәрен дөрөҫ матур каллиграфия менән яҙырға өйрәнеү. О-ө өндәрен һәм хәрефтәрен сағыштырыу.

[ү}өнө. Үү хәрефе.

[ү]өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ү]– нәҙек һуҙынҡы. [ү] өнөн Үү хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф ү кеше Һәм ҡала исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында һәм һөйләм башындағы һүҙҙә. Уның менән һүҙҙәр уйлау. 4-5 өндән торған һүҙҙәрҙең өн-хәрефтән торған график һыҙмаһы. Һыҙмала Үү хәрефен үҙ урынына (шаҡмаҡҡа) баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу.

Үү өн-хәрефен үҙләштереү. [ү] өнөн әйтеү, тыңлау. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен аңлау. Үүхәрефтәрен яҙыу.

Уу өн-хәрефе.

[у] өнө. уның әйтелеше (артикуляция). [у] – ҡалын һуҙынҡы. Тартынҡылар [у], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [у] өнөн хәреф менән тамғалау. Уу хәрефен яҙырға өйрәнеү. Уу хәрефе. Ҙур хәреф У(Ә,А,Ө,О) кеше исемдәрендә. Хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Уу (Ә,А, О,Ө) хәрефен тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Уу өн-хәрефен үҙләштереү. [у] һуҙынҡы өнөн тыңлау, сағыштырыу, уға ҡылыҡһырма биреү, дөрөҫ әйтеү. Уу хәрефтәрен яҙыу. Хәреф диктанты.

[э] өнө. Ээ (е) хәрефе

[э] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [э] - ярым нәҙек һуҙынҡы. Тартынҡылар [э], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [э] өнөн хәреф менән тамғалау. Ээ хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ээ хәрефе. Ҙур хәреф Э(Ә,А,Ө,О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Ээ (Ә,А, О,Ө) хәрефен тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Ээ өн-хәрефен үҙләштреү. [э] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Э хәрефенең һүҙ башында ғына яҙылышы тураһында һығымта яһау. Ээ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диалог тураһында башланғыс төшөнсә алыу.

[ы] өнө. Ыы хәрефе

[ы] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [э] -ҡалын һуҙынҡы. Тартынҡылар [ы], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [ы] өнөн хәреф менән тамғалау. Ыы хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ыы хәрефе. Ҙур хәреф Ы(Ә,А,Ө,О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Ыы (Ә,А, О,Ө) хәрефен тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Ыы өн-хәрефен үҙләштереү. [ы] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Ыы хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Һүҙҙәргә хәрефтәр өҫтәп яҙыу.

[и] өнө. Ии хәрефе

[и] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [и] - ярым нәҙек һуҙынҡы. Тартынҡылар [и], [э], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [и] өнөн хәреф менән тамғалау. Ии хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ии хәрефе. Ҙур хәреф И(Ә,А,Ө,О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында И (Ә,А, О,Ө) хәрефен тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Ии өн-хәрефен үҙләштереү. [и] өнөн тыңлау, сағыштырыу. И хәрефенең һүҙ башында ғына яҙылышы тураһында һығымта яһау. Ии хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диалог тураһында башланғыс төшөнсә алыу.

[м] өнө. Мм хәрефе

[м] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [м] – тартынҡы өн. [м] өнө [ә], [э], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [м] өнөн хәреф менән тамғалау. Мм хәрефен яҙырға өйрәнеү. Мм хәрефе. Ҙур хәреф М кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график хәрефле һыҙмаһында Мм, Уу, Әә, Аа, Оо, Үү хәрефтәренең тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Мм хәрефен яҙыу. Мм хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Мм өн-хәрефен үҙләштереү. [м] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Мм хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Мм хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[н] өнө. Нн хәрефе

[н] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [н] – тартынҡы өн. [н] өнө [ә], [э], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [н] өнөн хәреф менән тамғалау. Нн хәрефен яҙырға өйрәнеү. Нн хәрефе. Ҙур хәреф Н кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график хәрефле һыҙмаһында

Нн, Уу, Әә, Аа, Оо, Үү хәрефтәренең тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Мм хәрефен яҙыу. Мм хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Нм өн-хәрефен үҙләштереү. [н] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Нн хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Нн хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[ң] өнө. ң хәрефе

[ң] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ң] – тартынҡы өн.[ң] өнөн хәреф менән тамғалау.ң хәрефен яҙырға өйрәнеү. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график хәрефле һыҙмаһында ң, Уу, Әә, Аа, Оо, Үү хәрефтәренең тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Мм хәрефен яҙыу. Мм хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

.

ң өн-хәрефен үҙләштереү. [ң] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.ң хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. ң хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[л] өнө. Лл хәрефе

[л] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [л] – тартынҡы өн. [л] өнө [ә], [э], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [л] өнөн хәреф менән тамғалау. Лл хәрефен яҙырға өйрәнеү. Лл хәрефе. Ҙур хәреф Л кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график хәрефле һыҙмаһында Лл, Уу, Әә, Аа, Оо, Үү хәрефтәренең тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Лл хәрефен яҙыу. Лл хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Лл өн-хәрефен үҙләштереү. [л] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Лл хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Лл хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[р] өнө. Рр хәрефе

[р] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [р] – тартынҡы өн. [р] өнө [ә], [э], ү], [ o], [a],[ө] өндәре уратылышында. [р] өнөн хәреф менән тамғалау. Рр хәрефен яҙырға өйрәнеү. Рр хәрефе. Ҙур хәреф Р кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график хәрефле һыҙмаһында Рр, Уу, Әә, Аа, Оо, Үү хәрефтәренең тейешле графикка яҙыу; һүҙҙе уҡыу.

Рр хәрефен яҙыу. Рр хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Рр өн-хәрефен үҙләштереү. [р] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Рр хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Рр хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[й] өнө. Йй хәрефе

[й] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [й] – тартынҡы өн. [ [й] өнөн хәреф менән тамғалау. Йй хәрефен яҙырға өйрәнеү. Йй хәрефе. Йә, йө, йү ҡушымсалары менән һүҙҙәр уҡыу. Йй хәрефен яҙыу. Йй хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Йй өн-хәрефен үҙләштереү. [й] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Йй хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Йй хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[г] өнө. Гг хәрефе

[г] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [г] – яңғырау тартынҡы өн. Гг хәрефен яҙырға өйрәнеү.Гг хәрефе. Ҙур хәреф Г кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы.

гГ хәрефен яҙыу. гГ хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

.

Гг өн-хәрефен үҙләштереү. [г] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Гг хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

[К] өнө. Кк хәрефе

[к] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [к] – парлы (г-к) һаңғырау тартынҡы өн. [к] өнөн хәреф менән тамғалау. Кк хәрефен яҙырға өйрәнеү. Кк хәрефе. Ҙур хәреф К кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы.

Кк хәрефен яҙыу. Кк хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Кк өн-хәрефен үҙләштереү. [к] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Кк хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Кк хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу. Яҙғанда уҡыу һәм тикшереү.

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе

[ғ] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ғ] – яңғырау тартынҡы өн.Ғғ хәрефен яҙырға өйрәнеү.Ғғ хәрефе. Ҙур хәреф Ғ кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы.

Ғғ хәрефен яҙыу.Ғғ хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Ғғ өн-хәрефен үҙләштереү. [ғ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Ғғ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Ғғ хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе

[ҡ] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ҡ] – парлы (ҡ-ғ) һаңғырау тартынҡы өн. [ҡ] өнөн хәреф менән тамғалау.Ҡҡ хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҡҡ хәрефе. Ҙур хәрефҠ кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы.

Ҡҡ хәрефен яҙыу.Ҡҡ хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Ҡҡ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҡ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Ҡҡ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Ҡҡ хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

Ғғ, Ҡҡ хәрефтәре

(г)-(к),(ғ)-(ҡ) – парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙә г-к, ғ-ҡ хәрефтәренең сиратлашыу үҙенсәлеге. Гг, Кк,Ғғ,Ҡҡ хәрефтәрен өйрәнелгән һуҙынҡы, тартынҡылар менән дөрөҫ тоташтырыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Диктант яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе тейешле интонация менән уҡыу.

Гг, Ғғ,Ҡҡ өндәрен башҡа өндәр менән сағыштырыу. Гг, Ғғ,Ҡҡ хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу. Уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

[б] өнө. Бб хәрефе

[б] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [б] – яңғырау

тартынҡы өн. [б] өнөн хәреф менән тамғалау. Бб хәрефен яҙырға өйрәнеү. Бб хәрефе. Ҙур хәреф Б кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә.

Бб хәрефен яҙыу. Бб хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Бб өн-хәрефен үҙләштереү. [б] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Бб хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Бб хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[п] өнө. Пп хәрефе

[п] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). (п-б) һаңғырау тартынҡы өн. [п] өнөн хәреф менән тамғалау. Пп хәрефен яҙырға өйрәнеү. Пп хәрефе. Ҙур хәреф П кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы.

Пп хәрефен яҙыу. Пп хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Пп өн-хәрефен үҙләштереү. [п] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Пп хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Пп хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[з] өнө. Зз хәрефе

[з] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [з] – яңғырау тартынҡы өн. [з] өнөн хәреф менән тамғалау. Зз хәрефен яҙырға өйрәнеү. Зз хәрефе. Ҙур хәреф З кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы.

Зз хәрефен яҙыу. Зз хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Зз өн-хәрефен үҙләштереү. [з] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Зз хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Зз хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу. Телефон аша аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

[с] өнө. Мм хәрефе

[с] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [с] –һаңғырау тартынҡы өн.. [с] өнөн хәреф менән тамғалау. Сс хәрефен яҙырға өйрәнеү. Сс хәрефе. Ҙур хәреф С кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу.

Ссм хәрефен яҙыу. Сс хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Сс өн-хәрефен үҙләштереү. [с] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Сс хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Сс хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе

[ҙ] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ҙ] – яңғырау тартынҡы өн. [ҙ] өнөн хәреф менән тамғалау.Ҙҙ хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙҙ хәрефе. Ҙур хәреф Ҙ кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн модел һәм хәрефле график һыҙмаһы.

Ҙҙ хәрефен яҙыу.Ҙҙ хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Ҙҙ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҙ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Ҙҙ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Ҙҙ хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[ҫ] өнө. ҫ хәрефе

[ҫ] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ҫ] – һаңғырау тартынҡы өн.[ҫ] өнөн хәреф менән тамғалау.ҫ хәрефен яҙырға өйрәнеү.һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу.

ҫ хәрефен яҙыу.ҫ хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

ҫ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҫ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.ҫ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. ҫ хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[д] өнө. Дд хәрефе

[д] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [д] – яңғырау тартынҡы өн. Дд хәрефен яҙырға өйрәнеү. Дд хәрефе. Ҙур хәреф. Кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә

Дд хәрефен яҙыу. Дд хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Дд өн-хәрефен үҙләштереү. [д] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү.Дд хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Дд хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу. (д) һәм (т) өндәрен сағыштырыу, һығымта яһау.

[т] өнө. Тт хәрефе

[т] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [т] – парлы һаңғырау тартынҡы өн. Тт хәрефен яҙырға өйрәнеү. Тт хәрефе. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары

Тт хәрефен яҙыу. Тт хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Тт өн-хәрефен үҙләштереү. [т] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү. Ттхәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Тт хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[уы],[үэ] тартынҡы өндәре. Уу, Үү хәрефтәре

[уы],[үе] өндәре. Уларҙыхәреф менән тамғалау. Һүҙҙең өн моделе.

[уы],[үэ] өндәре һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында. Һүҙҙәр уҡыу һәм яҙыу.

У,ү хәрефтәренең тартынҡы өндәрҙе белдереүе, уларҙың һүҙҙәге урынын билдәләү. Был хәрефтәр менән һүҙҙәр уҡыу һәм яҙыу. У,ү хәрефле һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.

[ж] өнө. Жж хәрефе

[ж] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ж] – яңғырау тартынҡы өн. Жж хәрефен яҙырға өйрәнеү. Жж хәрефе. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары. Орфограмма.

Жж хәрефен яҙыу. Жж хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу

Жж өн-хәрефен үҙләштереү. [ж] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү. Жж хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Жж хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[ш] өнө. Шш хәрефе

[ш] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ш] – парлы һаңғырау тартынҡы өн. Шш хәрефен яҙырға өйрәнеү. Шш хәрефе. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары. Орфограмма.

Шш хәрефен яҙыу. Шш хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Шш өн-хәрефен үҙләштереү. [ш] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү. Шш хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Шш хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[в] өнө. Вв хәрефе

[в] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [в] – яңғырау тартынҡы өн. Вв хәрефен яҙырға өйрәнеү. Вв хәрефе. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары. Орфограмма.

Вв хәрефен яҙыу. Вв хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Вв өн-хәрефен үҙләштереү. [в] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү. Вв хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Вв хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

[ф] өнө. Фф хәрефе

[ф] өнө. Уның әйтелеше (артикуляция). [ф] – һаңғырау тартынҡы өн. Фф хәрефен яҙырға өйрәнеү. Фф хәрефе. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы тасуири уҡыу. Диктант.

Фф хәрефен яҙыу. Фф хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу. Һүҙҙәрҙе баҫмалы хәрефтән (китаптан) дәфтәргә яҙма хәрефтәр менән күсереп яҙыу.

Ффм өн-хәрефен үҙләштереү. [ф] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы эшләү. Ффхәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Фф хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

Яя хәрефе

Яя –ике өндө белдергән хәреф. Я хәрефе һүҙ уртаһында һәм аҙағында. Һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскипцияла яҙылышы. Һөйләмде, тексты тасуири уҡыу.

Яя хәрефен яҙырға өйрәнеү. Яя хәрефенең ике өндө белдереүен үҙләштереү. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу, яҙма тексты уҡыу. Һүҙҙең өн моделен төҙөү.

Ее хәрефе

Ее – ике өндө белдергән хәреф. Ее хәрефе һүҙ башында. е хәрефе һүҙ уртаһында. Һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскрипцияла яҙылышы. Һөйләмде, тексты тасуири уҡыу.

Ее хәрефенең ике өндө белдереүен үҙләштереү. Ее хәрефе булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Был хәреф менән һүҙҙәр яҙырға өйрәнеү. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

Юю хәрефе

Һүҙҙә (йу) өндәрен Юю хәрефе менән тамғалау. Юю хәрефе һүҙ башында. ю хәрефе һүҙ уртаһында. Һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график(хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскрипцияла яҙылышы. Һөйләмде, текстыв тасуири уҡыу.

Юю хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ике өндө белдереүен күҙәтеү. Тексты етеҙ һәм тасуири уҡыу. Текст буйынса диалог ҡороу. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

Ёё хәрефе

Ёё- ике ондо (йо) белдергән хәреф. Ё хәрефе рус теленән ингән һүҙҙәрҙә. Ё хәрефе һүҙ башында. һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскрипцияла яҙылышы. Һөйләмде, тексты тасуири уҡыу.

Ёё хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ёё хәрефе булған рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Һүҙҙең өн моделен төҙөү.

Нәҙек, ҡалын айырыу билдәләре.

Ь, ъ тамғаларының һүҙҙәге функцияһы. Ь - нәҙек айырыу тамғаһы. Ъ- ҡалын айырыу тамғаһы. Һүҙҙең өн моделе. Һүҙҙе транскрипцияла яҙыу. Нәҙек, ҡалын айырыу тамғалары менән һүҙҙәр йыйыу. Уларҙы дөрөҫ күсереп яҙыу.

Һүҙ аҙағында һәм уртаһында нәҙек һәм ҡалын (ь, ъ) айырыу билдәһе булған һүҙҙәрҙе күҙәтеү, дөрөҫ уҡыу һәм әйтеү. Ь, ъ хәрефен яҙырға өйрәнеү. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе яҙырға өйрәнеү.

[һ] өнө. Һһ хәрефе.

Һһ өн-хәрефен үҙләштереү. [һ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы яһау, дөрөҫ әйтеү. Һһ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант яҙыу. Етеҙ уҡыу һәм дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Белемдәрҙе тикшереү. Хаталарҙы иҫкәртеү.

[х] өнө. Хх хәрефе.

Хх өн-хәрефен үҙләштереү. [х] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Текстарҙы етеҙ һәм тасури уҡыу. Йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү. Хх хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе күсереп һәм ишеткәнде яҙыу.

Һһ, Хх хәрефтәре.

[һ], [х] өндәрен күҙәтеү. Һығымта яһау.

[ц] өнө. Цц хәрәфе.

Цц өн-хәрефен үҙләштереү. [ц] өнөн тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Цц хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.

[ч] өнө. Чч хәрефе.

Чч өн-хәрефен үҙләштереү, [ч] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Чч хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

[щ] өнө. Щщ хәрефе.

Щщ өн-хәрефен үҙләштереү. [щ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡһырлама биреу, дөрөҫ әйтеү. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Щщ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

Алфавит.

Алфавит хәрефтәренең исемдәрен дөрөҫ әйтеү. Уларҙың тәртибен иҫтә ҡалдырыу.

Тикшереү эше.

Эшкә анализ.

Үтелгәндәргә йомғаҡ яһау, уҡыусыларҙың белемен, өндәргә анализ яһауын, уҡыу һәм яҙыуын, күнекмәләрен тикшереү.

Алфавит.

Башҡорт алфавитының хәрефтәрен күҙәтеү. Алфавиттың әһәмиәтен ғәмәлдә күҙәтеү. Һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙыу.

Өн һәм хәреф.

Әлифба осоронда өйрәнгәнде ҡабатлау. Өн менән хәрефтең бер үк төшөнсә булмауына, өндөң яҙыуҙағы тамғаһы – хәреф икәнлегенә иғтибар итеү һәм уны күнегеүҙәр ярҙамында нығытыу.

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр.

Һүҙҙәрҙе сингорманизм законына ярашлы төркөмләү, уларҙың моделен төҙөү. Өндәргә анализ яһау белеү.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. уларҙы тамғалау.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр араһындағы айырманы белеү һәм был туралағы белемдәрҙе нығытыу.

Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар.

Тартынҡы өндәрҙе төркөмләү. Уларҙың таблицаһын тултырыу. яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙың нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар уртаһында әйтелешен тыңлау, сағыштырыу, һығымта яһау.

Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү.

Һүҙҙе һамаҡлап ижеккә бүлеү һәм һүҙҙәрҙәге ижектәр һанын билдәләү. Текстан бер, ике, өс ижекле һүҙҙәрҙе айырып алыу.

Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Юлдан юлға күсереү.

Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға дөрөҫ күсереү күнекмәһе алыу.

Баш хәреф. Кешенең исем-фамилиялары яҙылышы.

Кеше исемдәрен һәм фамилияларын дөрөҫ яҙыу. Башҡортостандың билд! ле шәхестәре тураһында һөйләшеү һәм уларҙың исем-фамилияларының яҙылышын иҫтә ҡалдырыу.

Баш хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

Хайуандарҙы төркөмләү, уларға ҡушаматтар уйлау, ҡушаматтарҙы дөрөҫ яҙыу.

Ер-һыу атамалары.

Үҙҙәре йәшәгән төбәктәге ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Башҡортостандағы ҡала, тау, йылға исемдәренең яҙылышын үҙләштереү.

Һөйләм.

Һойләмде интонацион күҙлектән дөрөҫ әйтеү һәм уҡыу. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү, баш хәреф менән яҙыу, һөйләм аҙағында тыныш билдәһен ҡуйыу. Төрло темаға йәкм сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр һәм уларҙың һыҙмаһын төҙөү. Һөйләмдәрҙе тулыландырыу.

Хәбәр һөйләм.

Хәбәр һөйләм тураһында төшөнсә алыу, һөйләм аҙағында нөктә ҡуйып яҙыу. Һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу. Хәбәр һөйләмдең һыҙмаһын төҙөү.

Һорау һөйләм.

Һорау һөйләм ттураһында төшөнсә алыу, уны дөрөҫ интонация менән тасури уҡыу, һойләм аҙағында һорау билдәһен ҡуйып яҙыу. Һорау һөйләмде һыҙмала күрһәтеү.

Өндәү һөйләм.

Өндәү һойләм туруһында төшөнсә алыу, өндәү һөйләмдәрҙе тыңлау, айыра белеү, дөрөҫ интонация менән әйтеү һәм уҡыу, һөйләм аҙағында өндәү билдәһе ҡуйып яҙыу. Өндәу һөйләмде һыҙмала күрһәтеү.

О-ө хәрефле һүҙҙәр.

Тамырында о-ө хәрефле һүҙҙәрҙе сағыштырыу, һығымта яһау, төркөмләу һәм дөрөҫ яҙыу.

У-ү хәрефле һүҙҙәр.

У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, һығымта яһау, төркөмләү. Уларҙы дөрөҫ яҙыу, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙыу, ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушыу.

Э хәрефенең яҙылышы.

Һүҙ башында э хәрефенең генә яҙылыуын, Һүҙ уртаһында (э) өнөнөң е хәрефе менән тамғаланыуын сағыштырыу нигеҙендә үҙләштереү, һығымта яһау. Миҫалдар нигеҙендә иҫбатлай белеү. Һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.

Й хәрефенеү яҙылышы. Йо, йө, йе йү, йы, йә ҡушымсалары.

Йо, йе, йө, йү, йы, йә ҡушымсалары менән һүҙҙәрҙе уҡый һәм яҙа белеү. Һүҙҙәрҙә был ҡушымсаларҙы билдәләү. Һүҙлектән һүҙҙәр табыу һәм уларҙы туплау.

Үҙләштереогән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәре.

Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәренең һүҙ башында, уртаһында, аҙағында килеүен күҙәтеү. Ике телдәге е, ё, ю, я хәрефле һүҙҙәрҙең әйтелешен һәм уҡылышын сағыштырыу. Башҡорт һәм рус телдәрендә бер үк төрлө хәреф менән билдәләнеп тә, әйтелешендә айырма булған өндәрҙе күҙәтеү, һығымта яһау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү.

Ю хәрефе.

Ю хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү. Орфографик һүҙлек менән эшләү күнекмәһен алыу.

Е хәрефе.

Е хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. . Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү. Һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлек буйынса тикшкреү.

Я хәрефе.

Я хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлек буйынса тикшереү.

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

Кем! нимә! кемдәр! нимәләр! һорауҙарын үҙләштереү, һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү. Һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмдәргә бүлеү. Уларҙың нимә аңлатыуын билдәләү, һорауҙар ҡуйыу.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Ниндәй! һорауына мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, һорауға яуап биреү. Билдәне белдереүсе һүҙҙәрҙең үҙгәрмәүе тураһында һығымта яһау. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәргә билдәһен белдереүсе һүҙҙәр табыу һәм һүҙбәйләнештәр төҙөү.

Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр.

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе, уларҙың һөйләмдәге урынын күҙәтеү. Ни эшләй? ни эшләне? Һорауҙарын ҡулланыу.

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре.

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәрен текстан табыу һәм тикшереү.улар менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙең һыҙмаһын төҙөү.Ярҙамсы һүҙҙәре булған һөйләмдәрҙең моделен төҙөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр: да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә.

Да-дә,ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә ярҙамсы һүҙҙәрен текстан табыу һәм тикшереү, дөрөҫ уҡыу һәм яҙылышын күҙәтеү. Һығымта яһау. Улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр: ғына-генә, ҡына-кенә.

Ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәрен текстан табыу һәм тикшереү, дөрөҫ уҡыу һәм яҙылышын күҙәтеү, һығымта яһау. Улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөү. Һөйләмдәргә ярҙамсы һүҙҙәр өҫтәү.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау.

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, йомғаҡлау.

Әҙәбиәт

Из за большого объема этот материал размещен на нескольких страницах:
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25