“Башкирский язык” (как гоударственный)
2 класс( 35 с.)
Телдән әҙерлек курсы -3 сәғәт
Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәт төҙөү, ижектә, һүҙҙә нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрһең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү.
Әлифба осоро -4 сәғәт
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай һәм айырыра белергә күнектереү.
Тыуған төйәк, үҙебеҙ йәшәгән урын тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Алфавит. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.
Көлә-көлә көҙ килә. - 5 сәғәт
1 сентябрь – Белем байрамы. Белем алыу, мәктәп тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.
Башҡортостандағы йәйге тәбиғәт, уны һаҡлау, балаларҙың йәйге ялы һәм эштәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу, һөйләшеүҙәр.
Башҡорт телендә ижектәр. Сингармонизм. Йо-Йө, йе, йү, йы, йә өн ҡушымсалары (әйтелеше һәм яҙылышы). Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү.
Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, кешеләрҙең көҙгө эштәре, ҡоштар һәм йәнлектәрҙең тормошо тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәлдәр. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, рәссамдарҙың картиналары. Әңгәмә.
Башҡорт теленең тартынҡы өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу. Ҡ-Ғ, К-Г, П-Б өндәренең сиратлашыуы.
Бурай-бурай ҡарҙар яуа...- 3 сәғәт
Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәтте күҙәтеү, йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙеү тормошо менән танышыу. Яңы йыл байрамы, уға әҙерлек.
Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре. Һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре, уларҙа һүҙҙәр тәртибе һәм тыныш билдәләрен ҡабатлау һәм нығытыу.
Кеше эше менән матур. - 3 сәғәт
Оло кешеләрҙең, балаларҙың тормошо һәм эштәре, һәйбәт сифаттары хаҡында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Мәҡәлдәр.
Башҡорт телендә һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре һәм уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Тарих биттәренән.- 3 сәғәт
Башҡорт халҡы тарихынан хикәйәләр. Башҡорт халҡының элекке тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Халыҡ тормошона бағышланған әҙәби монтаждар һәм кисәләр әҙерләү һәм үткәреү.Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин тураһында авторҙар эшкәртмәһендәге материалдар.
Башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡылар, дифтонгылар менән эшләү. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.
Беҙҙең ғаилә - 2 сәғәт
Ата-әсәләр, туғандар, уларҙың эштәре, хәстәрҙәре. Ата-әсәләрҙе ҙурлау, ололау, хөрмәтләү, балаларҙың ғаиләләге эштәре хаҡында хикәйәләр, мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡыу, ятлау һәм һөйләү.
Ошо темаға авторҙар тарафынан эшкәртелгән өҙөктәр.
Башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Текста һорау, хәбәр, өндәү һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре, интонациялары.
Шанлы йылдар. – 3 сәғәт
Халҡыбыҙҙың бөтә ил азатлығы, тыныслығы өсөн көрәше. Бөйөк Ватан Һуғышында башҡорт халҡының, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында шиғырҙар, мәҡәләләр, хмкәйәләр уҡыуһәм һөйләү. Һалдаттарға бағышланған монтаж (фотоальбом) төҙөү. Һалдаттар, ветерандар менән осрашыу.
Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе. Уларҙың предметтарҙы, билдәләрҙе, эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүе.
Әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Әсәйҙәргә арнап монтаж әҙерләү, иртәлекләр үткәреү.
Авторҙар эшкәртеүендә темаға ҡарата гәзит-журнал материалдары.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) яңғыҙлаҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек мәғәнәләрен белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).
Ай Уралым, Уралым...- 1 сәғәт
Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Тыуған республикам” темаһына материалдар йыйыу, альбом эшләү, монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек, йүнәлеш һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).
Башҡорт халыҡ ижады. - 2 сәғәт
Башҡорт халҡының тормошо, кәсебе, кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттары, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ хаҡында халыҡ ижады әҫәрҙәре: әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, риүәйәттәр һ.б.
Эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәре. Берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар(ялғауҙар).
Яҙ килде еремә сәғәт
Тәбиғәттә яҙғы күренештәр, ҡоштар, үҫемлектәр, балаларҙың, шулай уҡ ололарҙың яҙғы эштәре тураһында әҫәрһәр уҡыу һәм һөйләү.
Темаға ҡарата авторҙар эшкәртеүендәге мәҡәләләр.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр (сифаттар).
Уларҙың мәғәнәне төрлө кимәлдә, шулай уҡ башҡа билдәләр менән сағыштырып күрһәтә алыуы. Мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар).
Ҡәҙерленән дә ҡәҙерле сәғәт
Кешеләрҙең хеҙмәт емеше – икмәк, уның ҡәҙере тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Икмәккә арналған иртәлек үткәреү.Темаға бағышлап авторҙар эшкәртеүендәге мәҡәләләр.
Эш-хәрәкәтте процессты бедереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәрен (заман, һан, зат) ҡабатлау һәм нығытыу.
Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт, уға һаҡсыл ҡараш, яҙғы байрамдар, экология мәсьәләһенә ҡағылышлы әҫәрҙәр уҡыу ҙәм һөйләү.Эш-хәрәкәтте белдереүесе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен ҡабатлау, тәрәнәйтеү.
Йәйҙең йәмле көндәрендә...- 3 сәғәт
Башҡортостанда йәйге тәбиғт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.Авторҙарҙың тема буйынса эшкәрткән материалдары. Предметтың атамаларын, билдәләрен, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәләре. (Ҡабатлау һәм нығытыу)
3 класс( 35 с.)
Һаумы, мәктәп!- 2 сәғәт
1 сентябрь - Белем байрамы. Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Уҡыу һәм ятлау өсөн материалдар. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.
Йәйҙе иҫкә төшөрөү- 1 сәғәт
Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән мәҡәләләр. Башҡорт телендә алфавит. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә күнегеү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү.
Алтын көҙ килә еремә- 4 сәғәт.
Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, ололарҙың һәм балаларҙың көҙгө эштәре, осар ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.
Көҙ темаһына альбом төҙөү, әҙәби монтаж әҙерләү, тәбиғәткә экскурсия үткәреү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса конкрет эштәр башҡарыу, әңгәмәләр үткәреү, тәбиғәт һәм уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе (күҙәтеү, иҫкә төшөрөү, практик үҙләштереү)
Кешене кеше итеүсе - хеҙмәт - 5 сәғәт.
Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, яҡшы сифаттар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү, мәҡәлдәр әйтеү.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Билдәнең төрлөмиҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү.
Абзацтың темаһын билдәләү. Абзацты һөйләмдәргә бүлеү. Айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү.
Нимә яҡшы, нимә насар?- 1 сәғәт.
Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫлы, егәрле кешеләр һәм уларҙың эштәре; ҡурҡаҡ, алдаҡсы, ялҡау кешеләр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү; балаларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.
Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, улар тураһында альбомдар төҙөү, ишеткәндәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.
Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым, хәбәр), уларҙың төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ.б. мәғәнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Әҫәрҙәге предметты һәм геройҙы (персонажды) һүрәтләү элементтары.
Әкиәттәр- 5 сәғәт.
Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарының сағылышы. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар ижад иткән әкиәттәр.
«Әкиәт геройҙары» темаһына альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү, инсценировкалар әҙерләү һәм күрһәтеү.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен практик күҙәтеү һәм үҙләштереү.
Әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер - береһенән айырыу. Бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәттәр төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү.
Тәңкә- тәңкә ҡарҙар яуа...- 3 сәғәт.
Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, һауа торошо, үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең ҡышлауы; ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, балаларҙың уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.
Уҡылған әҫәрҙәр буйынса Яңы йылға ҡарата һүрәттәр төшөрөү, шыршы байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү. Әҙәби геройҙарға характеристика элементтары.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Текст. Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү. Текстың темаһын һәм төп фекерен практик үҙләштереү.
Уралып ятҡан Уралда..- 8 сәғәт
Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Башҡортостан - тыуған төйәгем” темаһына әҙәби монтаж, альбомдар әҙерләү, уҡылған әҫәрҙәр, тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.
Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Бутап бирелгән һөйләмдәрҙән текст төҙөү. Изложение һәм инша элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү.
Ҡаһарманлыҡ юлынан - 2 сәғәт
Һалдат хеҙмәте - һәр ир-егеттең изге бурысы. Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.
Ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, һалдаттарға бағышланған альбом төҙөү.
Предметтың иҫәбен (һан), эш - хәлдең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр. Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һәм телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Автобиография элементтары. Изложение һәм инша элементтарын өйрәнеү.
8 март - ҡатын- ҡыҙҙар көнө- 1 сәғәт
Илебеҙҙә ҡатын - ҡыҙҙар хеҙмәте, республикалағы данлы ҡатын - ҡыҙҙар, уларға ихтирам тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.
Алдынғы ҡатын - ҡыҙҙар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү; “8 март- әсәйҙәр байрамы” тигән иртәлек әҙерләү һәм үткәреү, альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү.
Предметтың эшен, билдәһен, эш хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре (ҡабатлау, тәрәнәйтеү).
Текста элементар һүрәтләү саралары.
Яҙҙар килә шаулап - гөрләп…- 2 сәғәт
Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт, уның күренештәре, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошондағы үҙгәрештәр, кешеләрҙең яҙғы хеҙмәте тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.
Ҡоштарҙы ҡаршылау, бүлмә гөлдәре үҫтереү, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү, темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү.
Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре, тасуири уҡыу (иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу).
Тиҙҙән йәй етә-1 сәғәт
Текст. Уның өлөштәре, өлөштәргә исем биреү. Ябай план менән практик танышыу.
Балаларҙың тормошо һәм эштәре - 1 сәғәт
Йәй - 2 сәғәт
Йәйге күренештәр, балаларҙың йәйге эштәре һәм ялы. Уйындар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу, милли уйындар өйрәнеү, әңгәмәләр үткәреү, йәй күренештәре тураһында һүрәттәр төшөрөү.Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау.
|
Из за большого объема этот материал размещен на нескольких страницах:
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 |


